Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2019, 23:48

"Ярлыбыҙ шул, атай..."

Бер мәл бик бай кеше улын үҙе менән илдәр буйлап сәйәхәткә алып сыҡҡан. Аҡсаһыҙлыҡтан интегеүҙең ни икәнен күрһен әле!

Фото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
Бер мәл бик бай кеше улын үҙе менән илдәр буйлап сәйәхәткә алып сыҡҡан. Маҡсаты бер – малайға бәғзеләрҙең нисек йәшәгәнен күрһәтеү. Аҡсаһыҙлыҡтан интегеүҙең ни икәнен күрһен әле!
Улар бер нисә көндө ярлы ғаилә көн иткән ауыл йәйләүендә үткәргән. Ҡайтырға сыҡҡас, ир улының тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынған.
– Бик ныҡ оҡшаны, атай, – тигән малай.
– Ҡайһы бер кешеләрҙең ни тиклем ярлы икәненә төшөндөңмө?
– Әлбиттә!
– Ниндәй айырмалыҡ күрҙең? – тип ныҡышҡан ир.
– Беҙҙең бер эт бар, ә йәйләүҙәгеләрҙеке – дүртәү, – тип сағыштырып һөйләй башлаған улы. – Беҙҙең бассейн баҡса¬ның яртыһын ғына биләй, ә уларҙың йылғаһының иге-сиге юҡ. Йортобоҙ алдына ҡуйылған бер нисә фонарь төнөн үҙебеҙҙең эргәне генә яҡтыртһа, ауылдағыларҙың баш осонда һанап бөткөһөҙ йондоҙ нур сәсә. Йәшәгән биләмәбеҙ тимер ҡапҡалар менән уратып алынған, ә уларҙа – күҙ күреме етмәҫ яландар, баҫыуҙар, урмандар. Беҙ аҙыҡты һатып алабыҙ, ауылдыҡылар иһә үҙҙәре үҫтерә...
Малай тын ҡалып уйланып торған да өҫтәп ҡуйған:
– Эйе, беҙ шул хәтлем ярлы шул, атай...
Читайте нас: