Әле район биләмәһендәге 100 мең кешегә 77 ВИЧ менән сирләү осрағы тура килә. Был, дөйөм Рәсәй күрһәткестәре менән сағыштырғанда, күпкә юғарыраҡ. Иң аптыратҡаны: яман сирҙе эләктереүселәрҙең күбеһе пенсияға алды йәшендәгеләр һәм хаҡлы ялдағылар.
ВИЧ-инфекцияһын йоҡтороу осраҡтарының күбеһен, нигеҙҙә, енси юл менән зарарланыу тәшкил итә. Был сирҙең артыуына эшһеҙлек, эскелек һәм ирекле тормош алып барыу сәбәпсе, ти белгестәр.
Белеүебеҙсә, Әбйәлил Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһы менән сиктәш. Ә унан был райондағы курорт биләмәләренә туристар, ял итеүселәр күпләп килә. Иң тәү сиратта ошо хәл сирҙең районда “аҙыуына” булышлыҡ итә.
2019 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, Магнитогорскиҙағы СПИД үҙәгендә 3438 кеше диспансер күҙәтеүе аҫтында тора. Быйыл ярты йыл эсендә генә ҡалала 265 кешенең алама сир йоҡтороуы асыҡланған. Уларҙың 58,6 проценты – ир-егеттәр. Өлкәндәрҙән тыш, өс бәлиғ булмаған кешелә лә сир табылыуы – аяныслы күренеш.