Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2019, 12:54

Ирина Шейк ҡыҙына исемде башҡорт өләсәһе хөрмәтенә ҡушҡан

Билдәле милләттәштәребеҙҙең береһе, модель Ирина Шейк беренсе тапҡыр үҙенең ике йәшлек ҡыҙы һәм уның исеменең тарихы тураһында һөйләне.

Фото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
Билдәле милләттәштәребеҙҙең береһе, модель Ирина Шейк беренсе тапҡыр үҙенең ике йәшлек ҡыҙы һәм уның исеменең тарихы тураһында һөйләне. Билдәле булыуынса, ул популяр Голливуд актеры Брэдли Куперҙан ҡыҙ бала тапҡайны.
Баҡтиһәң, модель ҡыҙсыҡҡа исемде башҡорт өләсәһе хөрмәтенә ҡушҡан икән. Уның исеме Ғәлиә булған. Иринаның ҡыҙының исеме – Лея де Сьен Шейк Купер. Уныңса Лея исеме французса итеп әйткәндә Ғәлиәне хәтерләтә икән.
Моғайын, күптәр беләлер, Иринаның ысын фамилияһы – Шәйхелисламова. Иринала атаһының әсәһе, тап Ғәлиә Шәйхелисламова көслө характер тәрбиәләй һәм юғары уңыштарға өлгәшергә ярҙам итә.
– Атайымдың әсәһе – мин белгән иң көслө ҡатындарҙың береһе, – тип өләсәһен хәтерләгәндә Иринаның күҙҙәренә йәштәр төйөлә.
Шейктың өләсәһе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған. Ул оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында йәшәп, баҡыйлыҡҡа күскән. Ирина йыл һайын уның хөрмәтенә Еңеү көнөн билдәләй икән.
Леяның атаһы Бредли Купер менән ташлашҡандан һуң Ирина Лос-Анджелестан Манхеттенға күскән. Ул ҡыҙына рус телен өйрәтә һәм берәй ҡасан уны үҙенең тыуған яғына, Силәбе өлкәһенә алып ҡайтып күрһәтмәксе.
Читайте нас: