Өфө ҡалаһының З. Биишева урамындағы йортта йәшәүсе 64 йәшлек инвалид ҡатын Тамара Раскатова бына туғыҙ йыл инде үҙ фатирынан сыға алмай, сөнки ул йәшәгән подъезда коляскала хәрәкәтләнгән инвалидтар өсөн пандус ҡаралмаған.
2010 йылда ғаилә күп ҡатлы йорттан фатир алып ҡыуана, әммә һөйөнөстәре оҙаҡҡа булмай, йортта пандус булмай сыға. Шуға ла инвалид ҡатын оҙаҡ йылдар саф һауала йөрөүҙән мәхрүм.
Тамара Раскатова яуаплы ойошмаларға подъезға пандус урынлаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт иткәс, баҫҡысҡа ике рельс һалалар ҙа, эш шуның менән бөтә. Ә инвалидтың нисек төшөп менеүен уйлап та бирмәйҙәр.
Ҡатынға яңғыҙына бындай баҫҡыстан йөрөүе еңелдән түгел, әлбиттә, быны һәр кем яҡшы аңлай, тик ниңәлер яуаплылар был хәлгә һаман булһа күҙ йома.