Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2019, 00:06

Ҡыҫала тоттоҡ ярышып

Мәләүез районының "Иштуған" балыҡсылыҡ хужалығында ҡыҫала тотоу буйынса фестиваль тамамланды. Кем еңеүсе?

Фото: Рушана Ибраева.
Фото: Рушана Ибраева.
Мәләүез районының "Иштуған" балыҡсылыҡ хужалығында ҡыҫала тотоу буйынса III фестиваль тамамланды.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, донъяның башҡа бер төбәгендә лә бындай сара үткәрелмәй. Шуға ла үҙенсәлекле ярышҡа Ярославль, Яр Саллы, Екатеринбург һәм Рәсәйҙең башҡа күп ҡалаларынан ҡунаҡтар килгәйне. Быйыл Һиндостан студенттарының да ҡатнашыуы байрамдың йәмен арттырҙы.
Фестивалдә бөтәһе 500-ҙән ашыу кеше һынау тотто. Ҡыҫала тотоуҙан тыш, улар башҡа төрлө ярыштарҙа ла ҡатнашты, Башҡортостан милли паркы ойошторған үҙенсәлекле уйындарҙа зиһенен арттырҙы.
Ҡыҫала тотоу, уны аулау өсөн ҡорамалдар эшләү, бешереү кеүек саралар йәнле барҙы. Иң ҙур ҡыҫала 84 грамм тартты. Ә Яр Саллынан килгән ҡунаҡ бөтәһе 1513 грамм ҡыҫала тотоп, иң уңғаны булып танылды. Күптәр табышын аҙаҡ ҡабаттан күлгә ебәрҙе.
Сараға күптәр ғаиләһе, балалары менән килгәйне.
Читайте нас: