Сумманы кире бирергә теләмәгән 29 йәшлек эшҡыуар 35 йәшлек дуҫын үлтергән... Шулай итеп, ул төҙөлөш ҡоролмаларын һатып алыу һылтауы менән үҙенә аҡса биреп торған егетте Бәләбәйгә техника ҡарарға саҡырған һәм унда уны бысаҡ менән сәнскеләгән. Аҙаҡ эшҡыуар, мәйетте еңел машинаға һалып, Туймазы районындағы бер яланда ҡар аҫтына күмеп, ташлап киткән. Ике ай үткәс, урындағы халыҡ мәйеттең ҡалдыҡтарын тапҡан.