Сәхнә йондоҙҙары менән фотоға төшөп, аҙаҡ уны таныштарына, туғандарына ғорурланып күрһәткән кешеләр арабыҙҙа бихисап.
Баҡтиһәң, ҡайһы бер йырсылар үҙҙәре лә ошондай “ауырыу”ҙан азат түгел икән.
Күптән түгел Радик Юлъяҡшин МакSим менән фотоға төшә һәм, йырсының йырына ишаралап, “Был минең ожмахымдыр” тип яҙып ҡуя…