Мәскәү ҡалаһында өс йәшлек бала ун сәғәт буйына әсәһенең һәм уның әхирәтенең мәйеттәре янында ултырған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатындарҙы йыуыныу бүлмәһендә үле көйөнсә тапҡан.
Асыҡланыуынса, улар наркотик менән шаярған.
Әле өс йәшлек бала бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекцияға тапшырылған, уға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Баланың һаулығына бер нәмә лә янамай.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ваҡиға буйынса тикшереү эше алып бара.