Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2019, 13:39

Велосипедҡа ултырып, 5 миллионды ҡыҫтырып…

Уның бур икәне ысын инкассаторҙар килгәс кенә асыҡлана.

Фото: mail.ru
Фото: mail.ru
Ярославль ҡалаһында инкассатор формаһы кейгән бер ир автосалондан 5 миллион һум аҡса ала һәм бер ни булмағандай велосипедҡа ултырып китә.
Уның бур икәне ысын инкассаторҙар килгәс кенә асыҡлана.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы вәкиле Ирина Волк билдәләүенсә, был енәйәтте бер генә кеше ҡылмаған, ә төркөм менән эш иткән. Бөтә нәмә алдан уйланылған, хатта инкассация өсөн штампты ла хәстәрләгәндәр.
Алдаҡ инкассаторҙы тиҙ арала тотҡандар, аҡса автосалонға тулыһынса ҡайтарылған.
Читайте нас: