Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2019, 19:53

24 чиновникты ҡулға алғандар!

“Олег Владимирович! Был полициянан”, – тип етәксенең фатиры ишеген шаҡыйҙар...

Фото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
“Олег Владимирович! Был полициянан”, – тип етәксенең фатиры ишеген шаҡыйҙар.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре таң менән Әстерхан өлкәһенең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Олег Гужвинскийға килгән һәм торлағын тентегән. Ә тәфтишселәрҙе чиновниктың хеҙмәт эшмәкәрлегенә ҡағылышлы документтары ҡыҙыҡһындырған. Баҡтиһәң, граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһын тормошҡа ашырыу менән бәйле һорауҙар килеп сыҡҡан, сөнки күптән һүтелергә тейешле йорттарҙа кешеләр йәшәүен дауам иткән.
Был өлкәлә тәртип булдырыу – Рәсәй Генераль прокуратураһының һәм Әстерхан өлкәһенең губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Игорь Бабушкиндың башланғысы. Был махсус операцияға бар хеҙмәттәр ҙә йәлеп ителгән. Ике йыл элек төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь министры булған, хәҙер сәнәғәт министры урынбаҫары вазифаһын биләгән Сергей Кучумов етәкселек иткән осорҙа торлаҡ һәм коммуналь-хужалыҡ тармағында реформалар үткәреү фондынан аҡсаны урлай башлағандар. Бынан тыш, Әстерхан ауыл советы рәйесе Нурлан Кандыковтың өйөнә лә хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре килгән.
Граждандарҙы иҫке, авариялы йорттарҙан күсереү өсөн яуаплы һәм шик аҫтында булған 24 кеше тикшереү саралары ваҡытында ҡулға алынған. Оператив саралар әле лә дауам итә.
Читайте нас: