Беҙ ҡулланған ҡағыҙ паспорттар бер нисә йылдан юҡҡа сығып, уларҙы электрон рәүешендәге документ алыштырасаҡ.
2024 йылда был эш тулыһынса ғәмәлгә инәсәк, тип вәғәҙәләйҙәр Рәсәй Хөкүмәтендә. Һанлы документта, атап әйткәндә, водитель танытмаһы, СНИЛС, ИНН һәм башҡа мәғлүмәттәр ҙә урын аласаҡ.
Яңы шәхес танытмаһының пилот проекты Мәскәүҙә 2020 йылдың июлендә башлана. Иҫке паспорттар биреү 2022 йылда тулыһынса тамамланырға тейеш. Шуның менән бергә власть вәкилдәре электрон паспортҡа күсеүҙе мәжбүри итмәйәсәк. Электрон донъяла йәшәүҙе ҡабул итмәгән, хушһынмаған кешеләр ҡағыҙ паспорты менән хушлашмаҫҡа мөмкин, тип иҫәпләй улар.