Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2019, 13:06

Баланы икегә бүлеп булмай шул...

13 йыл бергә йәшәп айырылышҡан ир менән ҡатын араһында ҡыҙҙары өсөн ысын мәғәнәһендә һуғыш бара. Ә баланың теләге ниндәй?

Фото: 123ru.ne
Фото: 123ru.ne
Ҡасандыр яратышып өйләнешеп, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ата-әсә айырылышһа, таяҡтың ауыр башы балаларға төшә. Әсәһен дә, атаһын да бер үк яратҡан сабый икегә ярала алмай бит...
Ошо көндәрҙә Кушнаренко районында сираттағы ғаилә драмаһы видеояҙмаға эләгә. Кадрҙарҙан күренеүенсә, атаһы менән йәшәп ятҡан туғыҙ йәшлек ҡыҙҙы полиция хеҙмәткәрҙәре, суд приставтары, әсәһе һәм уның әхирәттәре килеп, көс менән алып китмәксе була. Баланың йән көсөнә ҡысҡырыуы, уның ҡайтҡыһы килмәүе тураһында һөйләй түгелме икән? Шулай ҙа Янаның һүҙҙәрен ҡолаҡҡа алыусы булмай: уны күтәреп машинаға ултыртып алып китәләр.
13 йыл бергә йәшәп айырылышҡан Шематоновтар араһында ҡыҙҙары Яна өсөн ысын мәғәнәһендәге һуғыш бара. Суд ҡарарына ярашлы, ҡыҙ әсәһе менән йәшәргә тейеш, ә уның атаһы менән дә, әсәһе менән дә бергә булғыһы килә.


Әсә кеше Наталья белдереүенсә, эскән, ҡул күтәргән тиран ире менән торорға хәле ҡалмағас, ул айырылышырға ҡарар итә. Балаларын алып, ата-әсәһенә ҡайтып китә. Элекке ҡатыны күрмәгән ваҡытта ире килеп ҡыҙҙы урлай. Ҡатын әйтеүенсә, атаһы һәр ваҡыт балаһын уға ҡаршы көйләй.
Атай кеше иһә икенсе фекерҙә. Улар ҡыҙы менән йылдан ашыу бергә бик татыу йәшәгән. Борис белдереүенсә, уның менән йәшәргә ҡыҙы үҙе хәл иткән. Әсәһе тураһында ла Янаға ул насар итеп бер һүҙ ҙә әйтмәгән, имеш...
Һүҙ ҙә юҡ, өлкәндәрҙең мөнәсәбәт асыҡлауында һәр ваҡыт иң ауыры балаға төшә. Наталья ҡыҙын психологҡа алып барырға йыйына, ә элекке ире Яна менән даими күрешеп торор өсөн барыһын да эшләмәксе. Бының өсөн ул артабан да “һуғышыу” һәм тартҡылашыу юлын һайлармы, әллә бала өсөн генә булһа ла ҡатыны менән дуҫлашырмы? Нисек булһа ла, бала мәнфәғәте онотолмаһын ине...
Читайте нас: