Эт йәки бесәй тотмаған ғаиләләр һирәктер. Ә бына берәй ергә ял итергә барырға булһаң, баш бәләһенә әүерелә.
Тап бына шундайҙар өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында тәүге ҡунаҡхана барлыҡҡа килде. Әлбиттә, прививка яһалған булыу мөһим. Уларҙың сәләмәтлеген табиптар күҙәтеп торасаҡ.
Хайуандарҙы ҡунаҡханала тотоу хаҡы 300 һумдан башлана. Видеокамералар ҡуйылған. Телефон ҡушымтаһы ярҙамында дуҫтарығыҙҙы онлайн-режим аша күҙәтеп торорға мөмкин.
Бындай учреждениелар киләсәктә башҡа ҡалаларҙа һәм райондарҙа ла буласаҡ, ти Башҡортостандың ветеринария идараһы етәксеһе Азат Йыһаншин.