Башҡортостан
-19 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
18 Июль 2019, 15:03
Их, тәмле, бигерәк тәмле!
Тик үҙен нисек дөрөҫ һайларға?
Фото: yandex.by
Ҡарбуздың файҙаһы тураһында бөтәһе лә белә, ә бына уны нисек итеп дөрөҫ һайларға?
Иң тәүҙә ҡайҙан һатып алырға тигән һорау торорға тейеш. Юлға яҡын торған асыҡ сауҙа нөктәләренән, ергә лыпын ятҡан ҡарбузды алырға ярамай, сөнки был баҡса культураһы төрлө еҫте үҙенә тиҙ һеңдерә. Улар көплө урында айырым ҡумталарҙа һаҡланырға тейеш.
Һатыусынан йәшелсәнең ҡайҙан килтерелеүен белешегеҙ, сифатын раҫлаусы документтарҙы һорарға тартынмағыҙ. Ҡағыҙ менән бөтәһе лә тәртиптә булһа, ҡарбуз һайлауға күсергә мөмкин. Бәрелмәгән, имгәнмәгән, ҡабығы ялтырап тормаған (өлгөрмәһә ялтыр була), бармаҡ менән һуҡҡылағанда яңғырамаған, шулай уҡ бик тоноҡ та тауыш сығармаған ҡарбузды һайлайбыҙ.
Үҫкән ваҡытта ерҙә ятҡан яғы һары булып торһа яҡшыраҡ, тимәк, ҡарбуз мәлендә йыйылған. Формаһы һәм төҫө ҡарбуздың тәменә һәм сифатына йоғонто яһамай, шулай уҡ һабағының кибеү-кипмәүе лә бер нәмә тураһында ла һөйләмәй.
Ҡарбуздың эсендә ваҡ ҡына аҡ орлоҡтары – уның нитрат менән ашланыуын, аҡ һәм һары епсәләре азот менән һуғарылыуын белдерә.
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.