Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2019, 02:52

Кемдер алдана, кемдер байый

Редакцияға килгән бер хат иғтибарымды йәлеп итте. Етенсе тиҫтәһен ҡыуып барған ҡатын үҙе тарыған хәл хаҡында бәйән иткәйне унда. Оло йәштәге кешенең магазин-салонға барыуы, матур, ылыҡтырғыс һүҙҙәргә ышанып, кредитҡа аҡса рәсмиләштереп, карауат һатып алыуы хаҡында ине һүҙ.

Фото readovka.by сайтынан алынды.
Фото readovka.by сайтынан алынды.
Редакцияға килгән бер хат иғтибарымды йәлеп итте. Етенсе тиҫтәһен ҡыуып барған ҡатын үҙе тарыған хәл хаҡында бәйән иткәйне унда. Оло йәштәге кешенең магазин-салонға барыуы, матур, ылыҡтырғыс һүҙҙәргә ышанып, кредитҡа аҡса рәсмиләштереп, карауат һатып алыуы хаҡында ине һүҙ.


Хоҙайҙан һора, әммә үҙең дә ҡыбырла



Хәҙерге интернет осоронда кешене исем-шәрифе буйынса социаль селтәрҙәр аша эҙләп табыу ауыр түгел. Мин дә гәзиткә хат яҙыусының диуарын табып, ошо ҡатынға яҙып, хәл-ваҡиғаларҙы аныҡлау өсөн, кредит алдырып, карауат тәҡдим иткән ойошма хаҡында аныҡ мәғлүмәттәр һораным. Теләгем оло йәштәге кешегә ҡулымдан килгәнсә ярҙам күрһәтеү ине. Яуап тиҙ генә килмәне. Ике көн үткәс кенә ҡатын бер нисә һөйләм яҙып ебәргәйне. Унда: “Яраларымды тағы ҡуҙғатҡым килмәй. Хоҙай мөғжизәһенә генә өмөт итмәһәм...” – тигән юлдар бар ине.
Үрҙәгеләр хаҡында яҙыуымдың сәбәбе шул: билдәле әҫәрҙәге кеүек була бит был. Эт өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә. Ғәҙеллек кәрәк, шул уҡ ваҡытта минең хаҡта бер кем дә белмәһен, борсомаһын, әммә аҡсаны кире ҡайтарып бирһендәр һәм хатта әхлаҡи зыян өсөн түләтһендәр. Нисек инде улай? Хоҡуҡтарыңды үҙең дауламаһаң, кем һинең өсөн йөрөргә тейеш? Өҫтәүенә исем-шәрифтәр дөрөҫ күрһәтелмәгән, алдаған фирма хаҡында аныҡ мәғлүмәт юҡ. Ошо уҡ ваҡытта алданыуы хаҡында кемгәлер зарланғыһы килә, хатта әйтелгәнсә “ҡал­тыранып, төнө буйы йоҡламай” интегә.


Кредитҡа әйбер алыуы бик еңел, ә ҡай­тарыуы ауыр икәнлеге хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ. Ниндәйҙер документҡа ҡул ҡуйыр алдынан ентекләп уҡыһағыҙ, өйрәнһәгеҙ, белгес менән кәңәшләшһәгеҙ ине. Был бигерәк тә өлкән йәштәгеләргә ҡағыла.

Заман “остап бендер”ҙары йоҡламай



Белеүебеҙсә, Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил һәм Бала хоҡуҡтары бу­йынса тулы хоҡуҡлы вәкил институттары бар. Үрҙә яҙылған кеүек ваҡиғалар, ҡыҙға­ныс­ҡа ҡаршы, артҡандан-арта, шуға күрә ил­дә өлкән йәштәгеләрҙең һәм инвалид­тарҙың хоҡуғын яҡлаусы тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһын булдырһалар ине, тигән фекер тыуа.
Гәзит уҡыусылар шаһиттыр, һуңғы ва­ҡыт­та оло йәштәгеләрҙе нисек кенә алда­майҙар. Улар заман “остап бендер”ҙарының “ҡарма­ғы”на эләгеп кенә бара. Һөҙөмтәлә әллә күпме оло йәштәгеләр ғүмер буйы йыйған аҡсаһынан, мөлкәтенән, хатта фатир-өйөнән ҡолаҡ ҡаға. Был хәлгә күптәрҙең сәләмәтлеге ҡаҡшай, йөрәге түҙмәй, хатта ғүмере менән хушлаша. Ә социаль хеҙмәт органдары һәм ветерандарҙың ижтимағи ойошмалары, бик теләгән хәлдә лә, вәкә­ләттәре булмау сәбәпле, һөҙөмтәле саралар күрә алмай. Уларға ғына түгел, хатта юридик ярҙам күрһәтергә тырышҡан граждандарға ла мутлыҡ эшләүселәргә ҡаршы тороу еңелдән түгел. Әйткәндәй, әхлаҡи йәһәттән генә бындай кешеләрҙе мутлыҡ ҡылыусылар тип атарға мөмкин. Ә закон йәһәтенән ҡарағанда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “эшмәкәр­лектәре”ндә енәйәт составының булмауы һөҙөмтәһендә енәйәтселәр тип атап булмай.
Өлкән йәштәгеләрҙең һәм инвалидтарҙың хоҡуғын яҡлаусы тулы хоҡуҡлы вәкил институты барлыҡҡа килһә, мутлыҡ “ҡармағы”на эләккән өлкәндәр, инвалидтар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә алыр ине.
Читайте нас: