Луиза менән Мараттан яңылыҡтар туҡталып торҙо әле, тип йөрөгәндә, яңыһы килеп “төштө”. Бөгөн Юғары Судта Марат өҫтөнән йәнә суд булған икән.
Республика прокуратураһы уның тәфтиш барышында өйҙәге арест менән сикләнеүенә риза булмай судҡа биргән. Әйткәндәй, уға ҡарата ҡабул ителгән сара үҙгәртелмәне, ул әлегә өйөндә ҡаласаҡ.
Суд ябыҡ ишектәр артында үтә. Аҙаҡ ҡына Марат журналистарға комментарий бирҙе.
– Мин Беренсе канал тамашасылары һәм был тапшырыуҙы күргән кешеләр алдында ғәфү үтенгем килә. Мин унда Луизаны яҡлаған кешеләрҙең баҫымы аҫтында килдем. Улар мине бутаны һәм бының хоҡуҡ яғынан нимә менән янауы тураһында аңлатманы. Һөйләгән бөтә нимә лә – улар һүҙенән булды. Хәлдең ысынбарлыҡта нисек булыуы тураһында мин тәфтишселәргә һөйләйәсәкмен. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙгә был турала әйтергә хаҡым юҡ, – тип тотлоға-тотлоға был һүҙҙәрҙе ҡағыҙҙан уҡыны Марат.
Әгәр хәтерләһәгеҙ, Марат федераль каналда ике йыл дауамында Луизаны банктан аҡса урлаттым, аҡсаны уйнап бөттөм, тигәйне. Тимәк, уның һөйләгәне алдаҡ булып сығамы? Быны Луизаны яҡлаусылар уйлап сығарғанмы? Ысынлап та, эксперттар ғына түгел, ябай кешеләр ҙә уның был хәбәренә бик ышанманы бит.
Хәл нисек булған һуң? Аҡса ҡайҙа? Әллә ысынлап та йәшерелгәнме берәй ерҙә? Быларҙың барыһын да тәфтишселәргә асыҡларға ҡала. Көтәйек.