Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль 2019, 14:03

Сәфәргә сығырға теләгәндәр аҡсаһын алырмы?

Фонд директоры һуңғы тапҡыр клиенттарынан ғәфү үтенеп аудиохәбәр генә ебәрә.

Фото: Tv8crimea.ru
Фото: Tv8crimea.ru
Былтыр “Хаж фонды” фирмаһы директоры, бөтә юл мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алыуҙы вәғәҙәләп, Мәккәгә барыу өсөн кешеләрҙән аҡса йыя. Әммә фирма аккредитациянан ҡолаҡ ҡаға, шул сәбәпле кешеләр ҙә сәфәргә сыға алмай. Директор аҡсаны ҡайтарырға вәғәҙә бирә, тик бөгөнгө көнгә тиклем һүҙ үтәлмәй.


“Изге ғәмәлде башҡарырға теләгәндәрҙең өсөһөнөң инде был хыялы тормошҡа ашмаясаҡ – улар вафат булды”, – тип һөйләне алданғандарҙың береһе. “Туймазынан 12 кеше аҡса индергәйне, әммә береһе лә бара алманы”, – тине икенсеһе.


“Хаж фонды” директорының ҡайҙалығы әлегә билдәһеҙ, Сәғүд Ғәрәбстанында, йә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәлер тигән фараз бар. Һуңғы тапҡыр ул клиенттарынан ғәфү үтенеп аудиохәбәр генә ебәрә. “Әлегә һеҙгә бирергә миндә аҡса юҡ”, ти ул.


Был ҡатмарлы хәлдән һуң Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты үҙ туроператорын – “Болғар-тур”ҙы ойошторҙо. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, хәҙер хаж ҡылырға теләгәндәр килешеү төҙөгәндә сертификат ала.


“Хаж фонды” клиенттары әле лә хажға барырына, аҡсаһын ҡайтарып алыуға өмөтләнә. Башҡортостанда улар – 96 кеше.
Читайте нас: