Кисә “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала таможня хеҙмәте барлыҡҡа килеүгә 30 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған тантаналы йыйылышта ҡатнашты.
Байрам сараларында Федераль таможня хеҙмәте етәксеһе Владимир Булавин да булды.
“Башҡортостан таможняһы тарихын Башҡортостандыҡынан айырып ҡарау мөмкин түгел, – тине ул. – Республиканың тиҙ үҫешеүе, экспорт мөмкинлектәрен арттырыуы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, сәнәғәт, иҡтисад, ауыл хужалығы, фән, мәҙәниәт, медицина, белем биреү үҫеше өсөн лайыҡлы шарттар булдырылыуҙа Башҡортостан таможня хеҙмәткәрҙәренең дә өлөшө бар”.
Радий Хәбиров таможня хеҙмәтенең төбәк иҡтисадын үҫтереүҙә мөһим роль уйнауы тураһында белдерҙе.
– Башҡа төбәктәр һәм илдәр менән хеҙмәттәшлек итеү, сауҙа бәйләнештәрен арттырыу, инвестициялар йәлеп итеүҙә таможня хеҙмәте лә үҙ урынын ала. Етәкселәрҙе һәм ябай хеҙмәткәрҙәрҙе байрам менән ҡотлайым, – тине ул.
Сара һуңында алдынғы хеҙмәткәрҙәргә республиканың юғары дәүләт наградалары тапшырылды.