"Әсә һәм бала" дауаханаһынан үкһеп илап сыҡтым. Илауымдан тын юлдарым ҡыҫыла, тукталышҡа көс-хәл менән барып ултырҙым. Ниңә? Нишләп? Хоҙай, ниңә мине ул бәхеттән мәхрүм иттең, ни ғәйебем бар алдыңда?
Мин дә башҡалар кеүек ғаиләмдең тулы булыуын теләйем. Зинһар, Хоҙай, ярҙамыңдан айырма...
Кемдәрҙер миңә аптырап ҡарай, кемдер, иҫерек һөйләнеп ултыра, тип тә уйлағандыр. Башҡаларҙа эшем юҡ ине, башымда тик табиптың һүҙҙәре: “Эконың да ярҙамы булмаясаҡ!"
Башым шаңҡып, өйгә лә ҡайтҡым килмәне. Иремдең күҙҙәренә нисек ҡарармын, нимә тип әйтермен? Өй алдындағы паркка килеп еттем дә эскәмйәгә ултырҙым. Күҙҙәремдән йәштәр бер туҡтауһыҙ тамды ла тамды.
Ҡараңғы төштө. Һөйөклөм, ирем, шылтырата: “Һин ҡайҙа?” Сәғәтемә ҡараһам, төнгө беренсе ярты...
Бәй, юлымда ап-аҡ ҡына бесәй балаһы ултыра. Йә, Хоҙай, бысранып бөткән, асыҡҡан, ҡурҡышынан дер-дер килә. Күҙҙәремә мөлдөрәп ҡарай. Минең кеүек бәхет кенәһе юҡ... Бәләкәсте ҡулыма алдым да өйгә алып ҡайттым. Ашаттым, йыуындырҙым.
“Йомғаҡ” ике аҙна эсендә әҙерәк күтәрелеп шаяра башланы. Ниңәлер, гел минең эсемә ятып йоҡлай үҙе.
Ә бөгөн иртәнсәк үҙемде насар тойоп, эшкә бара алмайым. Башым әйләнә, подъездағы буяу еҫе уҡшыта... “Ә бәлки...” тип уйлап, тест сығып алдым. Һәм ни күрәм – ике һыҙыҡ! Күҙҙәремдән йәш бәреп сыҡты. Ни булды был? Бесәй балаһының рәхмәтеме?.. Аллаһ Тәғәлә ебәргәндер уны юлыма...