Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2019, 18:31

Килә лә яуа...

Бөгөн кистән тотош республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр булыуы фаразлана. Көнсығыш төбәктә иһә – йәшен.

Фото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә бишенсе ғәҙәттән тыш класлы янғын хәүефе янауын дауам итә.
Бөгөн кистән тотош республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр булыуы фаразлана. Көнсығыш төбәктә иһә – йәшен.
“Ел секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫер. Йәшен мәлендә көсәйеп, был күрһәткестең 17-гә етеүе ихтимал. Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртәнсәк томан булыр”, – тиелә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәрендә.
Өфөлә яуым-төшөм көтөлмәй, ел секундына һигеҙ метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ – 27, төндә 17 градусҡа ҡәҙәр йылы.
Читайте нас: