Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2019, 00:52

Татыу ғаилә эшсән була

Ишембай яҡтары хозур тәбиғәте менән генә түгел, егәрле, алсаҡ халҡы менән дә ғорурланырға хаҡлы. Райондың Ҡолғона ауылын ғына алып ҡарайыҡ. Унда ысын мәғәнәһендә ил тотҡаһы булырҙай ғаиләләр бик күп. Сабит Вәлиев – ана шундайҙарҙың береһе. Ауылдаштарын һоҡландырып, хатта көнләштереп донъя көтә улар.

Фото ғаилә архивынан алынды.
Фото ғаилә архивынан алынды.
Ишембай яҡтары хозур тәбиғәте менән генә түгел, егәрле, алсаҡ халҡы менән дә ғорурланырға хаҡлы. Райондың Ҡолғона ауылын ғына алып ҡарайыҡ. Унда ысын мәғәнәһендә ил тотҡаһы булырҙай ғаиләләр бик күп. Сабит Вәлиев – ана шундайҙарҙың береһе. Ауылдаштарын һоҡландырып, хатта көнләштереп донъя көтә улар.


Сабит Вәлиев Маҡар урта мәктәбендә белем алды. Атаһына оҡшап, тырыш, ныҡышмал, яуаплы булды. Мәктәпте бөтөү менән урман техникумына инде, унан хәрби бурысын үтәп ҡайтты. Армиянан ҡайтҡас та ял итергә ирек бирмәйҙәр егеткә. Леспромхоз директоры саҡыртып алып: “Ҡустым, урманда бер ҙә эш бармай, урман мастеры булып эш башлап ҡарайһыңмы?” – тигәс, риза була. Ун биш кешенән торған бригаданың мастеры булып китә ул. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй: план арттырып үтәлә, эш алға китә.
1974 йылда юғары уҡыу йортонан йүнәлтмә менән Ҡолғона мәктәбенә Йәмилә, Флүзә һәм Фәүзиә исемле ҡыҙҙар эшкә килә. Көслө һәм талапсан уҡы­тыусылар мәктәптә тәртип урынлаштыр­ҙы, уҡыу яйға һалынды. Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар шатланды. Сабит Йәми­лә менән танышып, бергә донъя ҡороп йә­шәй башланы. Күп тә тормай ҡыҙҙары Альбина тыуҙы. Бөгөн инде Альбина – ун класты бөткәс Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын тамамлаған белгес, Өфө ҡалаһының 3-сө мәктәбендә уҡыта. Ундағы уҡытыусылар коллективы Өфө ҡалаһында 1-се урынды биләй. Альбина Өфө ҡалаһында уҡып шоферлыҡҡа танытма алды. Ошо көндә лә машинала елдереп йөрөй. Күп тә тормай тормошҡа сығып, ауыл егете Фәнис менән донъя көтәләр, ике малайҙары бар. Ошо көндә урман араһы Ялтрандан Ишембайға күсеп сыҡты. Ишембай эргәһенән ер алып өй һалалар, атаһы Сабит өй эшләргә ярҙам итә. Бына шундай башҡорт мөхитен һаҡлаған эшсән ғаилә хаҡында һөйләргә теләгәйнем.
Миңнур ҒҮМӘРОВА.


Ишембай районы,

Ҡолғона ауылы.
Читайте нас: