Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2019, 22:42

Ут ике кешенең ғүмерен өҙҙө

Ут менән һаҡ ҡыланмау арҡаһында кисә республикала ике кешенең ғүмере ҡыйылды.

Фото: "Башинформ"
Фото: "Башинформ"
Ут менән һаҡ ҡыланмау арҡаһында кисә республикала ике кешенең ғүмере ҡыйылды.
Өфөлә өс бүлмәле фатирында янғында 30 йәшлек ир һәләк булған.
Икенсе фажиғә Стәрлетамаҡ районының дача йортонда теркәлә. Янғын телдәре кирбестән һалынған ҙур булмаған йортто ялмап ала. Һөҙөмтәлә 1947 йылғы ҡатын үлә. Был осраҡта ҡаза мейестең һәм торбаның төҙөк булмауынан килеп сыҡҡандыр тигән фараз бар.
Ут менән һаҡ эш итергә өйрәнәйек. Төҙөк булмаған плитәләрҙе, мейесте йүнәтеү хәстәрен күрергә ашығығыҙ.
Читайте нас: