Өфө урамында бер танышымды осратҡас, шулай тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Эй, бынау кредит тип ярты хыялыйға әйләндем инде.
– Ҡапылда ниңә ул тиклем аҡса кәрәк булды әле?
– Улым мәктәпте тамамлай бит.
– Сығарылыш кисәһенә шул тиклем үк аҡса китмәйҙер бит?
– Юҡ та, БДИ-ны бирер өсөн.
– Берҙәм дәүләт имтиханы – йөҙ илле мең?
Мөһим эш менән йөрөгән танышым тытылдығын сыҡты.
– Уның нимәһенә аптырайһың, хәҙер бөтәһе лә шулай итә. Балаңды уйлаһаң, аҡсаһына ҡарап тормайһың инде. Алдан сабыуламаһаң, аттестаттан ҡолаҡ ҡағыуың да бар. Унан гыпытыуға ла яҡын юллатмаҫтар. Хәҙерге заманда ул аҡсамы ни ул. Түләп уҡыта башлаһаң, унан да күберәк сығасаҡ. Былай шундуҡ бюджетҡа инә лә китә.
Танышым шулай тине лә кәрәкле кешеләр менән һөйләшеүен, иң юғары балдың йөҙ мең тороуы хаҡында әйтте.
– Улығыҙ ҡайҙа барырға уйлай һуң? – тип һорай ҡуйҙым.
– Медуниверситетҡа, хирург булам, ти.
Танышымдың һүҙҙәренән күҙем маңлайыма менде.
– Медҡа тиһеңме ул? – тип ҡабатлағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Теге ваҡыт күргәндә малайының уҡыуҙы бар тип белмәүенә зарланғайны, хатта ниндәйҙер фәндән сиреккә “икеле”һе лә сыҡҡан, имеш.
– Эйе, үҙем дә хирург булһын тип кенә торам. Ниңә, хәҙерге заманда бигерәк йәтеш һөнәр бит ул. Исмаһам, йылы бүлмәлә генә ултырыр, ап-аҡтан ғына кейенеп йөрөр. Ә аҡсаһы һуң! Арты менән килә, тиҙәр. Хәҙер операция эшләгән өсөн яман күп түләйҙәр, ти.
Йөрәгем жыу итеп ҡалды… Әле үк шул егеттең бысағы аҫтында ятҡандай тойҙом үҙемде.