Ҡайҙа тиһегеҙме?! Йәмле Ирәндек буйында, Граф күле янында.
“Аҫылташ-2019” башҡорт мәҙәниәте форумында ҡатнашыусылар сәләмәт тормошто үҙ итә, спорт менән дуҫ.
Һәр иртә сәғәт етелә ҡыҙ һәм егеттәр сәхрәлә Ғәзиз Йосопов үткәргән йога күнекмәләрендә ҡатнаша.
– Йога менән һигеҙ йылдан ашыу шөғөлләнәм. Әлбиттә, был спорт күнекмәләрен һәр кем шәхси һайлай. Кемдер үҙ итә, икенселәргә оҡшамай. Беҙҙең ғаилә йога менән күптән дуҫ. Ҡыҙым Диләфрүз менән бергәләшеп апай-ағайҙарға был күнекмә үҙенсәлектәрен күрһәттек. Ул сәләмәтлек кенә түгел, ә үҙеңде еңеү, алға аныҡ маҡсаттар ҡуйыу, баһаңды белеү кеүек көскә эйә булыу өсөн дә бик файҙалы. Шәхес булып формалашыуҙа ярҙам итә, – ти Ғәзиз Мөхәммәт улы.
Һәр кем үҙенә оҡшаған спорт төрөн һайлаһын, сәләмәт тормошто үҙ итһен, ти ойоштороусылар.