Ошолай тип шаярта форумда ҡатнашыусылар. Ысынында тап шулай ҙа.
Сараны ойоштороусыларҙың береһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Даян Солтанғужин йыл һайын форумға ғаиләһе менән килә. Кәләше Нурия менән Нурсолтан һәм Мәликә исемле балалар үҫтерәләр.
– Улыбыҙға алты йәш, ҡыҙыбыҙға йәш тә туғыҙ ай. Мәликәне үҙебеҙ ҙә шаяртып “Аҫылташ”тың буласаҡ иң шәп лидеры тибеҙ. Ғаилә менән йөрөйбөҙ, тәүге көндәрҙән алып төп ойоштороусылар булғас, сараға килмәйенсә мөмкин түгел. Йәштәрҙең проекттарын тыңлау, спикерҙарҙың сығыштары үҙебеҙгә лә артабанғы үҫешкә ынтылыш бирә, – ти Даян.
Килер бер көн, тап Нурсолтан менән Мәликә кеүек ҡыҙ һәм малайҙарыбыҙ “Аҫылташ”тың аҫыл киләсәген тәьмин итер.