Башҡортостан
+26 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июль 2019, 01:09

Өйгә ҡайтҡансы түҙмәгән...

Бесәндә бер шешә һыра эскән булған.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Эскән килеш руль артына ултырғандарҙы аулау маҡсатындағы рейд барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Иглин районының Ҡалтыман ауылында конструкцияһы үҙгәртелгән машинаға иғтибар итте. Уға бесән тейәп ҡайтып баралар ине.


Тикшереү барышында транспорттың бер ниндәй ҙә документтары юҡлығы асыҡланды. Етмәһә, руль артында ултырған ир һуҡмыш, водитель танытмаһының да ваҡыты күптән үткән.


Әлбиттә, инспекторҙар иргә ҡарата протокол төҙөнө, автомобилен штраф туҡталҡаһына алып китте.


Ирҙең һүҙҙәренсә, бесәндә бер шешә һыра эскән булған. Өйгә ҡайтҡансы түҙмәгән...
Читайте нас в