Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2019, 00:01

Һаман яратам...

Ейәнсура районында “Аманат дуҫтарын йыя” тигән фестиваль үтә, унда уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары йәштәре йыйыла... Ошо хәбәрҙе ишетеү менән йөрәкһендем. Күңелем тулды, күҙҙәремдән йәш бәреп сыҡты, тыным ҡыҫылып, таяна-таяна тупһаға сығып ултырҙым. Туҡһанынсы йылдар йәштәре... Гитара... Ғүмерлек һыҙланыуға һалған мөхәббәтем...

Фото: cdn.promodj.com
Фото: cdn.promodj.com
Ейәнсура районында “Аманат дуҫтарын йыя” тигән фестиваль үтә, унда уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары йәштәре йыйыла... Ошо хәбәрҙе ишетеү менән йөрәкһендем. Күңелем тулды, күҙҙәремдән йәш бәреп сыҡты, тыным ҡыҫылып, таяна-таяна тупһаға сығып ултырҙым. Туҡһанынсы йылдар йәштәре... Гитара... Ғүмерлек һыҙланыуға һалған мөхәббәтем...
...Беренсе курсты тамамлап килгәндә ҡыҙҙар менән күмәкләп беренсе тапҡыр “пятачок”ка сыҡҡанбыҙ. Күмәк йәштәр араһында үҙебеҙҙе тәүҙә уңайһыҙыраҡ тойһаҡ та, бер аҙҙан өйрәнеп киттек. Гармунға туйғансы бейеп, ауыл клубын һағыныуҙы баҫып, төн һыҙылғас, ятаҡҡа ҡайтырға сыҡтыҡ. Шул саҡ ситтәрәк, ағастар араһында гитара моңо ишетелде. Бер өйкөм егеттәр ултырған, ә уртала... Гитара уйнап йырлаған был егеткә бер күреүҙән ғашиҡ булдым...
Ошо мәлдән минең тормошомда һөйөүле, ҡанатлы, илаһи, бик-бик бәхетле миҙгел башланды. Гитарасы егет, моңло, һағышлы, шул уҡ ваҡытта ғәжәп хыялға бай, тырыш, ныҡышмал Таһирҙың беренсе ҡарашынан уҡ барыһын да тойҙом. Бер-беребеҙҙе күптән эҙләгән йәндәр инек беҙ...
Салауат майҙанындағы моңло кистәр, һәйкәл янынан алыҫ-алыҫҡа, ҡыҙарған офоҡҡа ҡарап хыялға батыуҙар, гармунға күмәкләшеп бейеү, бер-беребеҙҙе ныҡ яратҡанғалыр – көнләшеп үпкәләшеп алыу... Таһирҙың йырҙарын ҡыҙҙар менән гел бергәләшеп ултырып тыңлар инек.
Онота алмам инде күҙҙәреңде,

Онот тиеп әйткән һүҙҙәреңде...


Шул осорҙағы йәштәрҙең һәр береһе тиерлек белгән “Ҡышҡы йәйғор” йырҙары ғәжәп һағышлы, йөрәккә үтеп инер ине. Таһир башҡарыуында уларҙы тап үҙемә, икебеҙгә бағышланған кеүек ҡабул итер инем. Һәм... шулай булып сыҡты ла.
Һиңә тиеп тәүге тапҡыр

Ал сәскәләр мин өҙгәйнем,

Һинең өсөн, һөйөү өсөн

Мин ҡайтырмын тигәйнем...
Һуңғы кистә, ниңәлер, ошо йырҙы ҡабат-ҡабат йырлап хәрби хеҙмәткә китте һөйгәнем. Һәм... кире әйләнеп ҡайтманы: Чечня яуы ғүмерен өҙҙө...
...Ниндәй генә ауыр булмаһын, туҡһанынсы йылдарҙа һөйгәнем менән бергә үткәргән мәлдәр – иң-иң бәхетлеһе. Яҙмышымда башҡа ундай ысын бәхет кисермәнем. Таһирҙың үлеме тураһында хәбәр; мине яңғыҙы үҫтергән әсәйемдең ҡаты сиргә дусар булып, оҙаҡ ваҡыт ыҙалай-ыҙалай түшәктә ятып мәңгелеккә күсеүе; ауылда эш юҡ тип зарланып, “ҡайғы”һын эске менән баҫырға әүәҫләнгән кешегә, яҙмышымдыр тип, кейәүгә сығып, өҙлөкһөҙ туҡмалып йәшәүем... Тән йәрәхәттәренән бәпәй табыу бәхетенән яҙыуым, аҙаҡ инвалид булып ҡалыуым...
Хәҙер бөтөнләй яңғыҙмын. Эсеүҙән арына алмаған ирем дә күптән был донъяла юҡ инде. Ҡырҡ биш йәшкә етеп килгән яңғыҙаҡ, ғәрип ҡатынмын. Их, шул һуғыш булмаһа... Туҡһанынсы йылдарҙың ауырлыҡтарын сүп һымаҡ та күрмәй үткәреп ебәреп, гөрләтеп, һоҡландырып, яратып һәм яратылып йәшәр инек тә... Көслө, берҙәм, мөхәббәтле булдыҡ бит беҙ – туҡһанынсы йылдар йәштәре! Бына әле лә улар йыйылыша, шул осорҙағы йырҙарыбыҙ йәнә берләштерә. Күңелем менән мин дә улар янында. Салауат майҙанындағы йылы кистәрҙәге кеүек хыялланам, моңланам, ҡушылып йырлайым, көнләшәм, яратам... Эйе, һаман да яратам. Мәңге яратасаҡмын...
Читайте нас: