Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2019, 16:31

Ауырлы ҡатын һәләк булған

Һуңғы осорҙа Иркутск өлкәһе һәм ҡалаһы тирәһендә шау-шыу тынмай: ауыл-ҡалаларҙы һыу баҫа, әле тегендә, әле бында янғын сыҡҡан. Әле лә бына Иркутск өлкәһендә ауырлы ҡатын юл-транспорт ваҡиғаһында фажиғәле һәләк булған.

Һуңғы осорҙа Иркутск өлкәһе һәм ҡалаһы тирәһендә шау-шыу тынмай: ауыл-ҡалаларҙы һыу баҫа, әле тегендә, әле бында янғын сыҡҡан. Әле лә бына Иркутск өлкәһендә ауырлы ҡатын юл-транспорт ваҡиғаһында фажиғәле һәләк булған.


Был аяныслы ваҡиға тураһында Иркутск өлкәһе Эске эштәр министрлығы белдерә. "Ашығыс ярҙам" машинаһы водителе руль артына иҫерек килеш ултырып, ауырлы ҡатынды бала табыу йортона алып китеп барғанда, аварияға осрай. Уны иртән ниндәй шәфҡәт туташы рейсҡа сығырға рөхсәт биргәндер, аңлашылмай, бәлки, ул яҡтарҙа иҫерек килеш автомобиль менән хәрәкәтләнеү ғәҙәти хәлдер.


Төбәктең хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, "Ашығыс ярҙам" машинаһының 54 йәшлек водителе эскән килеш руль артына ултыра, саҡырыу буйынса ауырлы ҡатынды йортонан ала һәм автомобиль менән идара итә алмай, машинаны түңкәрә. Һөҙөмтәлә машина эсендәге 40 йәшлек ауырлы ҡатын төрлө тән йәрәхәттәренән урында уҡ вафат була. Фельдшер ҙа был юл-транспорт ваҡиғаһында ҡазаланып, уны дауаханаға оҙаталар.


Шуныһы үкенесле: "Ашығыс ярҙам"да оҙаҡ йылдар эшләгән, күпме кешене дауаханаға оҙатып йөрөүсе водитель ваҡиға урынынан ҡаса, әммә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынынан алыҫ китеп өлгөрмәгән ир кешене тота. Уға ла медицина ярҙамы талап ителгән булып сыға. Бына һиңә, мә, ярҙам итеүсе кеше үҙе ҡасып китһен әле, ҡыҙғаныс хәл.


Фото: mail.ru
Читайте нас: