Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2019, 17:14

Ҡәбәхәт атай ысынлап улының башына еткән...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң ҡурҡыныс фараздар тормошҡа ашты: биш йәшлек Давид Жуковскийҙың үле кәүҙәһе табылды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң ҡурҡыныс фараздар тормошҡа ашты: биш йәшлек Давид Жуковскийҙың үле кәүҙәһе табылды.


10 июлдә үк юғалған малайҙың кәүҙәһен кисә саҡ, Варшава менән Гродзиск-Мазовецк ҡалалары араһындағы трассанан табып алдылар. Был ваҡиға тураһында беҙ яҙғайныҡ инде. Малай Рәсәй гражданы, ул әсәһе менән Польшала йәшәгән була. Ҡатын ире менән айырылышҡас, атаһы уны ҡайһы саҡта үҙенә алып ҡайтыр була. Бер алып ҡайтҡанында әсәһенә кире килтермәй һәм “Улыңда башҡа бер ҡасан да күрмәйәсәкһең” тип СМС-хәбәр ебәрә. Шул хәбәрҙән һуң күп тә үтмәй ирҙең үҙенең кәүҙәһе табыла: ул үҙ-үҙенә ҡул һалған була. Ә малайҙы ошоға тиклем полиция, вертолеттар, водолаздар, хәрбиҙәр, ирекмәндәр эҙләне...


Асыҡланыуынса ир ҡомарлы уйындар менән мауыҡҡан, бик ҙур бурыстары булған. Шулай уҡ уның наркоман булыуы ла ихтимал, тиҙәр. Ир ҡатынына үс алыу планын оҙайлы ваҡыт уйлап йөрөткән һәм ошондай ҡанһыҙ юл менән тормошҡа ашырған.


Полиция үлем сәбәптәре тураһында әйтмәй. Ата-әсәләр мөнәсәбәте арҡаһында балаларҙың зыян күреүе бигерәк йәл...


Фото: www.vesti.ru
Читайте нас: