Был әҙәм аҡтығы ни өсөн балаларҙың артабанғы яҙмышы тураһында уйламаны икән?..
3 июлдә ғәйеп булған күп балалы Оксана Волкованың үле кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Республика Эске эштәр министрлығы менән Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала енәйәтсене эҙләп тапты.
Ҡатын “Бөрөнән Өфөгә дауаханаға барам” тип сығып киткән еренән ғәйеп булғайны. Уның кәүҙәһен транспорт туҡталышынан йыраҡ булмаған ерҙә, урманда, тапҡандар. Ул ергә күмелгән була. Криминалистар тикшерә башлай, һөҙөмтәлә енәйәт эҙҙәре уның элекке “һөйәркәһенә” алып бара.
Юғалыуынан бер көн алда ғына улар араһында ғауға ҡупҡан икән. Ҡатын менән ирҙең ике уртаҡ балаһы бар, Оксана уларҙы ҡарау һәм тәрбиәләү өсөн алиментҡа биреү менән янай. Был иргә оҡшамаған, күрәһең...
Кәүҙә табылған урынды ҡарап сыҡҡас, унда трактор эҙҙәре табыла. Шулай уҡ ҡәберҙең дә трактор ярҙамында ҡаҙылыуы асыҡлана. Тәфтиш барышында ҡатындың элекке өйҙәшенең тракторҙа эшләүе асыҡлана. Асыҡланыуынса, ул ҡатындың артынан күҙәтеп бара, уңайлы мәлдә уны быуып үлтерә һәм, иртәгәһенә кире килеп, трактор менән күмеп ҡуя.
Ир енәйәт ҡылыуын таный. Ул быға тиклем “кешене туҡмау” һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу статьялары буйынса хөкөм ителгән булған.
Алимент түләмәйем тип, балаларының әсәһен быуған саҡта, был әҙәм аҡтығы ни өсөн уларҙың артабанғы яҙмышы тураһында уйламаны икән?..