Кисә кис ҡотҡарыусылар Йылы күленән 13 йәшлек малайҙың кәүҙәһен тапты. Уны шәмбе үк эҙләй башлағайнылар...
Хәл былайыраҡ була. Бала дуҫтары менән бергә һыу инергә китә һәм тәрән урында бата башлай. Иптәштәре уны ҡотҡарып ҡарай, тик үҙҙәре саҡ батмай. Ҡото осҡан малай ҡотҡарыусыһына йәбешеп уны ла батыра башлағас, ул кире ярға йөҙөп китергә мәжбүр була. Балалар ҡысҡыралар, ярҙамға саҡыралар, тик ҡырағай пляжда башҡа бер кем дә булмай...
Ҡурҡҡан балаларҙың ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға баштарына килмәй. Уларҙы яр буйында баланың кейемдәрен тапҡан өлкәндәр саҡыра. Тик һуң була шул.
Фото: Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәте.