Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2019, 14:14

Рәсәйҙә ит урынына сиңерткә ашата башларҙармы?

Санкт – Петербург ғалимдары нигеҙендә хитин булған яңы биологик өҫтәмә уйлап тапҡан. Ул сиңерткәнең ҡаты тышсаһынан эшләнәсәк.

Санкт – Петербург ғалимдары нигеҙендә хитин булған яңы биологик өҫтәмә уйлап тапҡан. Ул сиңерткәнең ҡаты тышсаһынан эшләнәсәк.


Был өҫтәмә колбаса эшләгәндә киң ҡулланылған ит ҡалдыҡтарын алмаштырасаҡ, тип билдәләйҙәр университет ғалимдары, әле ентекле тикшеренеүҙәр бара. Әгәр ҙә ул Роспотребнадзор һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тикшереүе үтһә, колбасаға ҡуша башлаясаҡтар.


Ғалимдар билдәләүенсә, мал итен етештереүгә ҡарағанда, сиңерткәне үрсетеү күпкә осһоҙ. Ә аҡһым һәм башҡа күрһәткестәр буйынса улар, хатта иттән өҫтөнөрәк тә икән.


Әммә диетолог Маргарита Королева, аҙыҡ – түлектә бөжәктәр ҡулланыу бөтәһенә лә килешмәй, уларҙағы хитозан структураһы көслө аллерген, тип белдерҙе.


Фото: mail.ri
Читайте нас: