Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2019, 22:01

Айгүзәлдең гүзәл эштәре

“Республикам өсөн хеҙмәт иткем килә”

“Республикам өсөн хеҙмәт иткем килә”


“Булыр бала биләүҙән” ти халыҡ мәҡәле. Ике йәшендә хәреф танып, дүрте тулғас, ижекләп уҡырға өйрәнә Айгүзәл. Ауылда балалар баҡсаһы булмау сәбәпле, әсәһенә эйәреп мәктәпкә йөрөүе лә, бәлки, сәбәпсе булғандыр быға.

Башланғыс кластарҙан уҡ алдынғылыҡҡа ынтылышын һиҙеп, ата-әсәһе ҡыҙҙарын өсөнсө класҡа Талбазы башҡорт гимназияһына алып килә. Яҡшы уҡыу менән бер рәттән, төрлө сараларҙа ҡатнашып һәләтен үҫтерә ул. Нәфис һүҙ оҫталығына, театр, сәнғәт, математика йүнәлештәренә айырыуса иғтибарын бүлә.


Етенселә уҡығанда Өфө ҡалаһында үткән олимпиадала юғары күрһәткестәргә өлгәшә һәм ҡыҙҙы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатына са­ҡыралар. Баш ҡалалағы уҡыу йорто яңы мөмкинлектәр аса. Киләсәк һөнәрен күҙ уңында тотоп, химия һәм физика йүнәлешен һайлай Айгүзәл Бикәнәсова. Тырыш, аҡыллы, тыйнаҡ холоҡло ҡыҙҙы уҡытыусылар ҙа, тиҫтерҙәре лә үҙ итә.


Айгүзәл шиғриәтте, әҙәбиәтте ярата, күп уҡый. Гимназия гәзитен сығарыуҙа ҡатнаша, мәҡәләләр, шиғырҙар ҙа яҙа. “Таңсулпан” балалар театрында шөғөлләнә, спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡара.


Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, үҙидара эшендә ойоштороу һәләтен дә күрһәтә. Йыш ҡына республика гәзит-журналдарында, радио тапшырыуҙарында тиҫтерҙәре менән сығыш яһай.


Фән өлкәһе мауыҡтырғыс донъяһы, асылмаған серҙәре менән ылыҡтыра. Химия, математика, физика, инглиз теле менән төплө шөғөлләнергә гимназияла бөтә шарттар ҙа бар, көслө уҡытыусылар, юғары уҡыу йорттарынан килгән лекторҙар, электив курстар...


Алтай ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй химия оли­мпиадаһында Айгүзәл өсөнсө урынды яулай, республика кимәлендәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла алдынғылыҡты бирмәй. “Халыҡ-ара туған тел” республика йәштәре форумында беренсе урынды алып, Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.


Улан-Удэ ҡалаһында уҙған Халыҡ-ара фестивалдә сығыш яһап, ике номинацияла еңеүсе була. Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын төрлө милләт балаларына һөйләп ишеттерә, башҡорт халҡының традицияларына арналған фәнни эшен яҡлай.


Туған телде үҫтерегә, уны яҡлап, һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Айгүзәлгә Рәми Ғарипов премияһы тапшырыла. Был премияға уның менән бергә класташы Йәмил Намаҙбаев, актер Хөрмәтулла Үтәшев лайыҡ була.

Кеше йәмғиәттә йәшәгәс, аралаша белергә тейеш. Һүҙ оҫталығы, телмәр үҫеше – уңыштың нигеҙе. Ҙур аудиторияла сығыш яһау, үҙеңде тота белеү – бик кәрәк сифаттар. Бер төркөм алдынғы гимназия уҡыусылары Екатеринбург ҡалаһында ойошторолған ораторлыҡ мәктәбенә дәрестәр алырға бара. Телмәр оҫталығы дәрестәре алып, ораторҙар турнирында ҡатнаша улар. Халыҡ-ара йәш лидерҙарҙың ЮНЕСКО тарафынан ойошторолған “Екатеринбург – Өфө” ҡалалары беренселеге уҙа. Был ярышта Айгүзәл Бикәнәсова абсолют еңеү яулай.


Үҙ-үҙенә талапсан, эшһөйәр, тынғыһыҙ, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылыусан ҡыҙ гимназияны яҡшы билдәләргә тамамлай.


Заманға ярашлы, киләсәктә ҙур үҫеш аласаҡ өлкәләрҙең береһе – биотехнологияны һайлап, Мәскәү технология университетына уҡырға инә Айгүзәл. Ҙур ҡалала, абруйлы вузда уҡып китеү еңелдән булмай, әлбиттә. Төрлө өлкәләрҙән, ҡалаларҙан, сит илдәрҙән килгән студенттар менән бер рәттән теүәл фәндәрҙе үҙләштереү, яңы дуҫтар менән аралашыу, дөйөм ятаҡта үҙаллы йәшәү күпме рух ныҡлығы, ихтыяр көсө, тырышлыҡ, түҙемлек талап итә! Айгүзәл бөтә ауырлыҡты еңеп, ата-әсәһен, туғандарын шатландырып, сессияларҙы ваҡытында тапшырып, каникулда тыуған яҡтарына ҡайтып ял итә.


– Мәскәү профессорҙары белемде төплө бирә, имтихан ваҡытында ныҡ талапсандар, бер ниндәй ҙә ришүәтселек юҡ, – ти ул. – Шуның өсөн дә сессиянан-сессияға илке-һалҡы йөрөп булмай, ә көндәлек тырыш хеҙмәт талап итә уҡыу.

Өсөнсө курста уҡыған ҡыҙҙы “Биохимия” ғилми-тикшеренеү институтына (ИБХ) саҡыралар. Уҡыу менән бер рәттән институт лабораторияһында диплом эше йүнәлеше буйынса эш башлай Айгүзәл Урал ҡыҙы.


Ғалимдар менән бер төркөмдә заман афәте – яман шеш сиренә ҡаршы дарыу табыу өҫтөндә эшләй, күп ғилми тәжрибәләр үткәреү белем, һөнәри оҫталыҡ талап итә.


Әйткәндәй, уҙған йыл Өфө ҡалаһында химиянан фәнни конференцияла үҙе эшләгән институттың абруйын яҡланы Айгүзәл. “Иң уңышлы эш” номинацияһына лайыҡ булды.


– Өс йыл дауамында ИБХ- ла һайлаған һөнәрем буйынса тәжрибә тупланым, диплом етәкселәрем шундай кешелекле, иғтибарлы, ярҙамсыл булды, – ти Айгүзәл. – Магистрлыҡ диссертацияһын “бишле” билдәһенә яҡланым. Уҡыуымдан, эшемдән ҡәнәғәтмен.


Һигеҙ кешенән торған төркөмдөң фәнни эше сит ил журналында баҫылып сыға, был тәжрибәләрҙе артабан дауам итер өсөн Грант яулайҙар, абруйлы ғалимдар исемлегендә Айгүзәл Бикәнәсованың булыуы йәш инженер-биотехнолог өсөн ҙур ҡаҙаныш ул.


Ҙур ҡалала сығымдар ҙа, шул ваҡытта аҡса эшләп табыу мөмкинлеге лә күп. “СитиЛаб” компанияһында лаборант булып та эшләй өлгөр ҡыҙ, ата-әсәһенә ауырлыҡ һалмаҫҡа тырыша.


Уҡыуҙан һуң шашка түңәрәгендә шөғөлләнергә лә ва­ҡыт таба Айгүзәл, башҡорт йәштәре һәм студенттары менән төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Быйыл “Йөрәк һүҙе” конкурсында уңышлы сығыш яһаны.


– Киләсәктә тыуған Башҡортостанымда һөнәрем буйынса эш табып, республикам өсөн хеҙмәт иткем килә, – тине ул.
Читайте нас: