Бөгөн Хабаровск крайында палаткалы балалар лагерында янғын сығып, 11 йәшлек ҡыҙҙың һәләк булғанын хәбәр иткәйнек инде.
Ҡорбандарҙың һаны күбәйә. Тәне бешкән ике ҡыҙ ҙа реанимацияла вафат булған. Шулай итеп, янғын һөҙөмтәһендә өс баланың ғүмере өҙөлгән. Әле табиптар тағы берәүһенең һаулығы өсөн көрәшә.
Иртәгә Хабаровск крайында матәм көнө иғлан ителә.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.