Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2019, 12:03

Маҡсаттары аныҡ, эштәре асыҡ

Быйыл уларға – ун йыл!

Быйыл уларға – ун йыл!


Элек электр энергияһы булмаған осорҙа нисек йәшәгәндәр икән? Хәҙер хатта бер нисә сәғәт ут булмаһа, бар тормош туҡтап ҡалғандай тойола. Ул йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән: компьютерҙар, көнкүреш техникаһы тап уның арҡаһында ғына эшләй. Әммә ошо электр сымдарын законһыҙ рәүештә үҙ ҡура-йорттарына һуҙыусылар һәм хатта ҡырҡып китеүселәр байтаҡ.


Һөҙөмтәлә иҡтисадҡа ғына түгел, халыҡҡа ла әллә күпме матди зыян килтерелә. Өҫтәүенә кешеләр электр тогына һуғылып үлә, ҡиммәтле техник ҡоролмалар сафтан сыға, ут өсөн ваҡытында намыҫ менән түләп барғандар уңайһыҙлыҡ кисерә.
Халыҡты электр энергияһы менән тәьмин иткән предприятиелар яңы приборҙар һатып алыу өсөн әллә күпме аҡса сарыф итә. Әйткәндәй, электр энергияһын урлаусыларҙы ла тотоу һәм яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн төрлө ҡорамалдар бар. “Эҙләү” тип аталған индикатор йорттарҙа, төҙөлөш объекттарында электр энергияһынан иҫәпһеҙ һәм бушлай файҙаланғандарҙы асыҡлау өсөн тәғәйенләнгән. Ә сканер хатта ҡалын стена аҫтына йәшереп ҡуйылған электр сымдарын да эҙләп таба. Ҡайһы берәүҙәр кис һәм төнөн электр утынан законһыҙ файҙалана. Бындай ос­раҡтарҙа “Ҡауҙы” приборы инспектор­ға бинаға инмәйенсә 7,5 метр ара­уыҡтан да мутлыҡ ҡылыусыларҙы асыҡларға ярҙам итә. Өҫтәүенә бәғ­зеләр үҙ белдеге менән электр сел­тәрҙәренә тоташа. Ә бының өсөн административ, хатта енәйәт яуаплылығы ҡарал­ғанлығы хаҡында күптәр уйлап та бирмәй.
“Ә был нимә өсөн кәрәк?” – тип һо­рар ҡайһы берәүҙәр. Энергия буйынса юғалтыуҙарҙы кәметеү өсөн талап ителә, сөнки электр энергия­һы – ҡиммәтле, үҙ баһаһы булған тауар ул.
“Дәүләкән селтәр компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә халыҡты сифатлы электр энергияһы менән юғалтыуһыҙ тәьмин итеү өсөн тырыша. Бынан тыш, бында етештереү процесын камиллаштырырға, предприя­тиеның матди-техник базаһын ны­ғытырға тырышалар. Бөгөн коллектив үҙ эшенә яуаплы ҡараған кадрҙар менән тәьмин ителгән. Диспетчерҙар хеҙмәте лә, бухгалтерия ла, электр энергияһын иҫәпләүселәр ҙә, етештереү-техник, хеҙмәт һағы һәм техника хәүефһеҙлеге бүлектәре, файҙаланыу участкалары бригадалары – барыһы ла ҡулынан килгәнсә тырышып эшләй. Ҡасандыр предприятие етәксеһе Фәнил Хәбиәхмәтов ойошма эшен 12 кеше менән башлаған. Хәҙер бында 50 хеҙмәткәр көс түгә.
Шуныһы һөйөнөслө: предприятие биләмәһе лә төҙөкләндерелгән. Ул үҙенең бөхтәлеге, төрлө ағас һәм сәскәләрҙең үҫеүе менән үҙенә йәлеп итә. Әлбиттә, бындай матур эш шарттары яңы ҡаҙаныштарға өлгәшергә өндәй. Шуға компанияла тәүлек әйләнәһенә диспетчерҙар хеҙмәте эшләй. Өҫтәүенә авария осраҡтарында урынға барасаҡ бригада ла һәр саҡ әҙер.
Быйыл “Дәүләкән селтәр ком­панияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең уңышлы эшләп килеүенә ун йыл тула. Уның етәксеһе Фәнил Хәбиәхмәтов – оҙаҡ йылдар элекке “Дәүләкәнэнерго” компанияһында эшләгән, был тармаҡта бай тәжрибә туплаған һәм тыуған районы халҡының хөрмәтен яулаған белгес. Өҫтәүенә 38 йыл ошо ойошмала директорҙың техник хеҙмәтләндереү буйынса урынбаҫары ла булған. Шуға “Дәүләкән селтәр компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшен башлағанда ана шул хеҙмәт тәжрибәһе ярҙам итмәй ҡалмағандыр. Әле Дәүләкән районында предприятиеның 340 ярҙамсы станцияһы эшләй. Улар район ауылдарын электр энергияһы менән тәьмин итә.
Шуныһы һөйөнөслө: йәмғиәт Дәү­ләкән районы ауылдарын төҙөк­ләндереү эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Бынан тыш, предприятиеға ауыл­дарҙағы энергия селтәрҙәрен дә алыштырырға тура килә. Үткән быуатта төҙөлгән электр бағаналары, әлбиттә, алмаштырыуға мохтаж була. Өҫтәүенә һәр ауылда элек, ғәҙәттә, бер генә трансформатор эшләгән. Һөҙөмтәлә ут менән тәьмин итеү­ҙә төрлө өҙөк­лөктәр булған. Электр ме­нән күпләп файҙаланыу һөҙөмтәһен­дә транс­форматорҙың ҡеүәте етмәй. Ә был, үҙ сиратында, әллә күпме ке­шенең көнкүреш техникаһын юҡҡа сы­ғарған. “Дәүләкән селтәр компанияһы” йәм­ғиәте ошондай ауылдарҙа тулы­һынса капиталь ремонт эштәрен атҡарған: яңы трансформаторҙар, энергия һаҡ­лаусы заманса яҡтырт­ҡыстар ҡу­йылған.
Әйткәндәй, электр энергияһы менән тәьмин итеү төрлө һауа шарттарына яраҡлаштырылған автомат һүндер­гестәр менән тәьмин ителгән. Һө­ҙөмтәлә өҙөклөктәр әллә күпме тапҡырға кәмегән. Быларҙың барыһына ла предприятие етәкселегенең һәм хеҙмәткәрҙәренең фиҙакәр хеҙмәте булышлыҡ иткән.
Бар күңелеңде һалып башҡарған эш ошондай яҡшы һөҙөмтәләргә кил­терә шул. Шуға Фәнил Хәбиәхмәтовтың фиҙакәр хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы” тигән маҡтаулы исем менән баһаланған. Әйткәндәй, ойошма етәксеһе Фәнил Нуриәхмәт улы ғаиләһенән дә уңған. Ҡатыны Мәнсүрә менән икеһе лә ошо уҡ райондың Боранғол ауылынан. Бала саҡтан дуҫ булған ҡыҙ менән егет аҙаҡ бына тигән матур ғаилә ҡорған. Ҡыҙҙары Олеся Өфөлә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, улдары Вадим – “Башинформсвязь” йәмғиәтендә әйҙәүсе инженер.

Фәнил Нуриәхмәт улы йәш сағында Өфө йылға училищеһында белем алған, шуға Дәүләкән ҡалаһында уның башланғысы менән Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүселәргә һәйкәл ҡуйылыуы юҡҡа түгел. Ғөмүмән, тормошо ана шул сикһеҙ диңгеҙ кеүек. Ә яҙ­мыш елкәне көслө тулҡындарға, тормош ҡытыршылыҡтарына ҡарамай, бирешмәй, алға елә, сөнки халыҡҡа хеҙмәт итергә тигән ныҡлы һәм аныҡ маҡсаты бар.
Читайте нас: