Хеҙмәт миграцияһы – киҫкен мәсьәлә.
Мәскәүгә китте, Себерҙә эшләй... Бөгөн ошондай һөйләшеүҙе аҙым һайын тигәндәй ишетергә була. Ҡасандыр башлыса ир-ат ҡына Себер тип ағылһа, бөгөн хатта юғары белемле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа һалҡын тарафтарға ғаиләһен ҡарарҙай аҡса эшләргә юллана. Һөйөп-һөйөлөп, бер-береһен хәстәрләп йәшәр саҡта тырым-тырағай ғүмер кисерә йәштәр. Бының кире эҙемтәләрен дә күреп, ишетеп торабыҙ. Ғаиләләр тарҡала, күпме бала атайһыҙ үҫә. Күптән түгел, Мәскәү өлкәһенә китеп барған вахта автобусы аварияға осрап, тиҫтәләгән яҡташыбыҙ һәләк булды.
Үкенескә ҡаршы, бығаса юғары вазифалағы етәкселәр араһында вахта менән сит төбәктәргә юлланыусылар хаҡында телгә алған кеше булманы. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сираттағы кәңәшмәлә Мәскәү аэропортында осраҡлы рәүештә Башҡортостандан вахта ысулы буйынса эшләп йөрөүселәр менән осрашып һөйләшеүе хаҡында белдерҙе.
– Миңә егеттәр килде – йәштәр, матурҙар, – тине ул. – Башҡортостандан ине улар, вахта ысулы буйынса эшләйҙәр. Һөйләшеп киттек. Эйе, уларҙың эш хаҡы насар түгел, бындай аҡсаны беҙҙең предприятиелар, моғайын, тәҡдим итә алмаҫ. Әммә бөтәһе лә тыуған яғында эшләргә теләк белдерҙе. Кафела эшләгән ҡаҡса ҡатын менән дә һөйләштек. Баҡтиһәң, ул да Башҡортостандан икән. Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан. Вахта менән эшләй.
Артабан Радий Фәрит улы улар менән ҡәһүә эсеүе, нисек йәшәүҙәре, ни сәбәпле сығып китеүҙәре хаҡында ҡыҙыҡһыныуын һөйләне. “Иҡтисад күтәрелһә, эш хаҡы артһа, вахта миграцияһы күренеше юҡҡа сығасаҡ. Ауылдарҙы үҫтереү программаһы – шулай уҡ кешеләрҙе йортонда ҡалдырыуҙың бер алымы. Барлыҡ инфраструктура үҫешһә, йорто эргәһендә балалар баҡсаһы булһа, моғайын, берәү ҙә ғаиләһен ташлап китергә ашҡынып тормаҫ ине”, – тине республика етәксеһе.
Себер... Бер ҡараһаң, халҡыбыҙ был тарафҡа һуңғы осорҙа ғына түгел, бынан 20 – 30 йыл самаһы элек үк юллана башланы. Ул саҡта Көнбайыш Себер нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү өсөн унар меңләгән Башҡортостан йәштәре йүнәлде. Дөрөҫ, улар башлыса шунда төпләнде. Эш хаҡтары ла юғары булғас, күптәре республикабыҙ ҡалаларында фатир алып, хаҡлы ялға сығыу менән тыуған яҡтарына ҡайта башланы. Үкенескә ҡаршы, һуңғы тиҫтә йылда Себер, Мәскәү, Санкт-Петербург тип хатта мәктәп йәшендәге сабыйҙары булған йәп-йәш әсәләр китә. Хатта 55 йәшлек ир армия сафтарында бергә хеҙмәт иткән дуҫ егетен Себергә юлланған поезда күреүен ғәжәп итеп һөйләгәйне.
Белгестәр әйтеүенсә, Себергә башлыса ауыл халҡы юллана. Сәбәбе аңлашыла – коллектив хужалыҡтар күптән тарҡалды. Ә инде һуңғы йылдарҙағы ауылдарға ҡарата мөнәсәбәт был эште тағы ла ҡатмарлаштырҙы. Мәҫәлән, аҙаҡҡы биш йылда ғына төбәктә 369 мәктәпкә йоҙаҡ эленгән. Шуның 26-һы ҡалала булһа, 343-ө ауылдарҙа! Шул уҡ ваҡытта күпме дауахана, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәҙәниәт усаҡтары, балалар баҡсалары ябылды. Һөҙөмтәлә күпме белгес, уҡытыусы эшһеҙ ҡалды.
Мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ҡыҫҡартыу ҙа миграцияға ҙур өлөш индерҙе. Яҙмышын ауылы менән бәйләгән йәштәр артабан нисек донъя көтөргә тейеш? Күпселеге донъямды бөтәйтәм тип кредит алған, балаларын уҡытаһы бар. Етәкселәрҙең, ҡыҫҡартыуға дусар ителгән берәү ҙә эшһеҙ ҡалмаясаҡ, тип вәғәҙәләүе лә буш һүҙ генә булып ҡалды. Һөҙөмтәлә бөгөн юғары белемле һылыуҙарыбыҙ ҡырыҫ тундра шарттарында аш бешерә, һауыт-һаба йыуа, һаҡсы булып эшләй.
Эйе, илдәге иҡтисади хәл бөгөн күптәрҙе ғаиләһен аҫрарлыҡ эш эҙләп, ил буйлап йөрөргә мәжбүр итә. Юҡ, ил тип кенә әйтеү бигүк дөрөҫлөккә тап килмәҫ. Мин үҙем белгәндән генә әллә күпме танышым сит илдә йөрөй. Дуҫымдың ҡыҙы, БДУ-ның сит телдәр факультетын тамамлап, бер нисә йылға тип Америкаға киткәйне, тормошҡа сығып, тороп ҡалды. Икенсе танышым, фатирға аҡса етештерә алмағас, Италияға юлланды. Өсөнсө белешем Испанияла донъя көтә. Һәр береһе белемле, аҡыллы. Кемдер уларҙы тыуған ерен алмаштырыуҙа ғәйепләргә ашыҡмаһын ине. Бер генә бирелгән ғүмерҙә һәр кем үҙенең мөмкинлеген баһаларҙай эш, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булыуын теләй.
Күршем Саях ағай Баймаҡтан ине. Заманында авиация институтын тамамлағас, Ҡаҙағстанда яҙмышын хәрби һөнәр менән бәйләй. Әммә донъялар үҙгәргәс, тыуған яҡҡа ҡайтырға мәжбүр була. Төплө, алтын ҡуллы был ағай Өфөнән ер алып, ике ҡатлы йорт һалды, әммә йүнле генә эш таба алманы. Хеҙмәт урыны табыла ул, әгәр 10 – 15 меңгә риза булһаң. Ахыры, бына тигән донъяһын һатып, Санкт-Петербургка күсеп китте.
Ауыл халҡы тибеҙ. Ҡаланыҡылар ҙа бөгөн ил буйлап эш эҙләй. Хеҙмәт биржаһы тәҡдим иткән вакансияларға күҙ һалам.
“Өфө йорт төҙөү комбинатына токарь, иретеп йәбештереүсе, йөҙләүсе һәм башҡа һөнәрҙәргә эшселәр талап ителә. Эш хаҡы 22 мең һум самаһы”. Тәрбиәселәр, урам һепереүселәргә, уҙа барһа, 15 меңдән артыҡ вәғәҙә итмәйҙәр. Һанай китһәң, бик күп.
Бөгөн бөтә нәмә көндән-көн ҡыйбатлана барған осорҙа был эш хаҡы, дөрөҫөн әйткәндә, йән аҫрарлыҡ ҡына, тиер инем. Ярай ҙа ул, электән фатиры булған ғаиләләр нисек булһа ла көн күрергә тырыша. Әммә яңы тормош башлаған йәштәр фатир ҙа, машина ла һатып ала алмаясаҡ. Әгәр инде ҡатыны өйҙә бала менән ултырһа, сабыйҙар ауырый башлаһа, хәлдәр тағы ла мөшкөлләнәсәк.
Бөгөн ҡырағай баҙар шарттарында һәр компания үҙ мәсьәләһен үҙе хәл итә. Ҙур эш хаҡы башлыса төрлө кимәлдәге етәкселәргә түләнә. Күп осраҡта эшсе яҡлаусыһыҙ, хоҡуҡһыҙ булып ҡала. Мәҫәлән, танышым бер ойошмала тир түгә. Ағастан һырлап төрлө затлы, ҡыйбатлы йыһаз етештерәләр. Ғәҙәттә, уларҙы байҙар һатып ала. Һөнәре ҙур оҫталыҡ, сыҙамлыҡ талап итә. Иртәнән кискә ҡәҙәр тир түккән егеткә айына ни бары 20 мең һум эш хаҡы менән хушһынырға тура килә.
Иретеп йәбештереүсе булып эшләгән күршем дә йыш ҡына бер ойошманан икенсеһенә күсергә мәжбүр. Сәбәбе ябай: кинәндереп аҡса түләмәйҙәр, бирһәләр ҙә, өҙөп-йолҡоп ҡына. Ә ғаиләне ҡарарға, балаларҙы уҡытырға кәрәк.
Сит төбәктәргә эш эҙләп юлланыусылар араһында Башҡортостан тәүге урындарҙың береһен биләй. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары Лидия Әсәнова әйтеүенсә, былтыр Төмән өлкәһенә Башҡортостандан 109 мең кеше вахта менән киткән. Шуның 71 меңе Ханты-Манси автономиялы округына юл тотһа, 34 меңе Ямал-Ненец автономиялы округында үҙенә шөғөл тапҡан. Күршеләге Силәбе өлкәһенә 12,3 мең кеше юлланған. Ситкә башлыса 28 – 44 йәштәге ирҙәр ағыла. Араларында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа етерлек. Башлыса Хәйбулла, Йәрмәкәй, Краснокама, Мәсетле, шулай уҡ Силәбе өлкәһе менән сиктәш райондарҙан ситкә китеүселәр күпселекте тәшкил итә.
Әлбиттә, был иҫәпте теүәл генә тип әйтеп тә булмай, ысынбарлыҡта ситкә ағылыусылар тағы ла күберәк, ти белгестәр.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Радий Хәбиров йәнә миграция проблемаһын күтәрҙе. “Иҡтисадты үҫтереү, бизнес әүҙемлекте күтәреү өсөн беҙгә белгестәр кәрәк. Республика өсөн хеҙмәт миграцияһы киҫкен проблема булып ҡала, – тине ул. – Үҙебеҙҙә эш урыны таба алмағанлыҡтан меңәрләгән төрлө һөнәр кешеләре Себергә һәм башҡа төбәктәргә аҡса табырға китә. Беҙ вахта ысулы менән юлланыусыларға үҙебеҙҙә эш урындары булдырып, уларҙы, бында, тыуған яҡҡа, ҡайтырырға тырышасаҡбыҙ.
Бынан тыш, республика мәктәптәре сығарылыш уҡыусыларының сирек өлөшө тиерлек федераль университеттары булған башҡа төбәктәргә белем алырға юллана. Шуға ла беҙҙең икенсе ҙур мәсьәлә – беҙҙең төп байлыҡ – кешелек капиталын һаҡлау һәм нығытыу. Беҙгә һәр яҡташыбыҙ, ватандашыбыҙ мөһим. Беҙҙең бындағы халыҡты, айырыуса йәштәрҙе үҙебеҙҙә ҡалдырыу өсөн шарттар, эш урындары булдырыу, торлаҡ һәм эш хаҡы менән тәьмин итеү кәрәк”.