Беҙҙең республика – Рәсәйҙә ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһын тыныс шарттарҙа уңышлы тормошҡа ашыра башлаған төбәктәрҙең береһе. Реформаның башланғыс осоронда уҡ был йүнәлештә республика эшмәкәрлегенең ил кимәлендә ыңғай баһаланыуы уның уңышлы дауам итәсәгенә ышанысты арттыра.
Иң мөһиме – уңайлы шарттар тыуҙырыу
Был йәһәттән төп яуаплылыҡ Төбәк операторҙарына йөкмәтелгән. Улар араһында “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙенең юғары ойоштороу кимәле һәм әүҙем эшмәкәрлеге менән айырылып тора. Ул республиканың 4-се, йәғни көнбайыш зонаһында эш алып бара. Был биләмәгә Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары һәм Октябрьский ҡалаһы инә.
Йәмғиәт етәкселеге тәүҙә үк муниципаль берәмектәр, ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе шәхси эшҡыуарҙар һәм халыҡ менән тығыҙ хеҙмәттәшлеккә йүнәлеш тота. 4-се зонаға ингән һәр районда Төбәк операторының офистары асылды. Урындарҙа Башҡортостан Экология министрлығы һәм Төбәк операторы белгестәре ҡатнашлығында граждандар йыйындары үткәрелде. Предприятиеның үҙендә ҡеүәтле абонент хеҙмәте, логистика бүлеге ойошторолдо, “ҡыҙыу линия” эшкә ҡушылды. Бынан тыш, колл-үҙәк (телефон аша мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү хеҙмәте) эшләй, һәр мөрәжәғәт тиҙ арала тейешле хеҙмәттәргә тапшырыла. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу буйынса әлегәсә тупланған ыңғай тәжрибәне һаҡлап, эште яңыса ойоштороу, ҡала һәм ауыл ерҙәрен кәрәгенсә контейнерҙар менән тәьмин итеү, халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу беренсе бурыс итеп ҡуйылған.
Реформаның башланғыс этабында күп кенә проблемалар асыҡланған. Төбәк операторҙарының хеҙмәтенән файҙаланыусылар тураһында тулы мәғлүмәт базаһының булмауы, түләү квитанцияларындағы хаталар тәүге мәлдә реформаға, шулай уҡ Төбәк операторына ҡарата кире фекерҙәр тыуҙырҙы. Мәғлүмәттәрҙе һәр төрлө сығанаҡтарҙан туплап, түләүҙәргә аныҡлыҡ индерелде. Реформаның асылы ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу юлы менән күмелә торған күләмде кәметеүгә, сүплектәрҙе булдырмау өсөн ҡалдыҡтарҙы һәр торлаҡ пунктынан сығарыуҙы ойоштороуға ҡайтып ҡала. Был йәһәттән федераль законға һәм норматив документтарға әле лә ҡайһы бер төҙәтмәләр талап ителә.
Төбәк операторы эш башлаған осорҙа бигерәк тә ауылдарҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу урындарының (контейнер майҙандары һәм контейнерҙар) булмауы ҙур проблема тыуҙырҙы. Уны хәл итеү закон нигеҙендә урындағы үҙидара органдарына йөкмәтелһә лә, уларҙың бюджетында бының өсөн аҡса ҡаралмаған. Киләсәктә быға сығымдар бюджетта айырым юл менән билдәләнергә тейеш. Әммә “Экология Т” йәмғиәтендә был мәсьәләгә сиселеш тапҡандар. Район хакимиәттәре менән килешеү нигеҙендә үҙҙәре ҡарамағындағы райондарҙың территорияһына тиҙләтелгән темпта инвентаризация үткәреп, бөтә ҡала һәм ауылдар индерелгән “Юл картаһы”н төҙөгәндәр. Ошоға нигеҙләнеп, сүп-сар сығарған бер үк ваҡытта, контейнер майҙансыҡтары урынлаштырыу хәстәрлеге күрелә. Уларҙы шәхси торлаҡ пункттарында урынлаштырғанда, ландшафт, планлы төҙөлөш, юл селтәре үҙенсәлектәре иҫәпкә алына. Контейнер майҙансыҡтарына инеү-сығыу юлдары ҡаты япмалы, төп юлдарға яҡын, йыл әйләнәһенә үтеп йөрөрлөк булһын тигән шарт ҡуйыла.
Әлбиттә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙе яңы система буйынса тейешенсә яйға һалыу халыҡтың был эшкә аңлы ҡарашына бәйле. Предприятие белгестәре бигерәк тә шәхси торлаҡ пункттарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең үҙенсәлектәре тураһында халыҡ араһында даими аңлатыу эштәре алып бара, матбуғат баҫмаларында сығыштар яһай, йыш тыуған һорауҙарға аңлатма бирә. Күсеш осорона предприятиеның район хакимиәттәре менән берлектәге саралар планы раҫланған. Унда контейнер майҙансыҡтарын урынлаштырыу ваҡыты билдәләнгән. Иң мөһиме, был сара ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары әлегәсә һис ҡасан да сығарылмаған торлаҡ пункттарына ла йүнәлтелә.
Төбәк операторы үҙ биләмәһендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүгә операторҙар һәм субоператорҙар рәүешендә урындағы предприятиеларҙы һәм эшҡыуарҙарҙы ла йәлеп иткән. Мәҫәлән, Баҡалы, Бүздәк райондарында, Октябрьский ҡалаһында ҡалдыҡтарҙы сығарыу һәм күмеү менән урындағы ойошмалар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары шөғөлләнә. Улар сүп-сар полигондарын яңырта, үҙҙәренең заманса техникаһы менән эш итә. Урындарҙа икенсел сеймал йыйыу өсөн инфраструктура ныҡлы үҫеш ала. Был йәһәттән Бәләбәй, Бишбүләк, Йәрмәкәй райондарындағы шәхси эшҡыуарҙар ҙа әүҙем эшләй.
Предприятие бер үк ваҡытта ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу һәм был эшкә һәр кемде йәлеп итеү хәстәрлеген күрә. Полиэтилентерефталат (ПЭТ) тараларҙы, алюмин банкаларҙы, ҡағыҙ-ҡатырғаларҙы йыйыу контейнерҙары урынлаштырыла. Туймазы һәм Октябрьский ҡалаларындағы сүп-сар йыйыу майҙансыҡтары 80 процент дәрәжәлә пластик ҡалдыҡтар өсөн контейнерҙар менән тәьмин ителгән. Йыл аҙағына был эш тулыһынса яйға һалынасаҡ.
Октябрьскийҙа ҡаланың ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын тулыһынса эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған заманса линия файҙаланыла. Район биләмәләрендә икенсел сеймал, зарарлы һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы (ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡарамаған сүп-сарҙы) ҡабул итеү буйынса майҙансыҡтар селтәре асыу планлаштырыла. Ҙур райондарҙағы полигондарҙа ҡалдыҡтарҙы сортҡа айырыу комплекстарын, шулай уҡ биокомпостлау, икенсел сеймалды эшкәртеү объекттарын берләштергән дүрт экотехнопарк булдырыу бурысы ҡуйылған.
Йәмғиәт эшмәкәрлеген бөгөнгө талаптар юғарылығында ойоштороуға предприятие директоры Илнур Шакиров ҙур көс һала. Илнур Йәмил улының исеме экология донъяһында яҡшы таныш. Ул юғары уҡыу йортон тамамлағас, хеҙмәт юлын нефть сәнәғәтендә башлай. Артабанғы хеҙмәт юлын экология менән бәйләй. Төрлө предприятиеларҙа инженер-эколог булып эшләй. Бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған белгесте тәүҙә “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһы филиалына директор, бер нисә йылдан республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Туймазы территориаль идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. 2011 йылда ул Туймазы ҡалаһы һәм районында ҡалдыҡтарҙы йыйыу, ташыу һәм урынлаштырыу менән шөғөлләнгән ойошма булдыра. Илнур Йәмил улының “Экология эшҡыуарлығы өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары” тигән исемгә лайыҡ булыуы ойошманың ни дәрәжәлә уңышлы эшләүен дәлилләй. Ошо булдыҡлы ойошма Төбәк операторына әүерелә лә инде, сөнки бында ныҡлы база, эште бөтә нескәлектәренә ҡәҙәр белгән етәксе, әҙерлекле кадрҙар етерлек. “Экология Т” йәмғиәте ил күләмендә барған реформала күркәм башланғыстарға юл аса.