Өфөлә Луиза Хәйруллинаның “батырлығын” ҡабатлаусы табылды. 22-нән 23 июлгә тиклем баш ҡаланың Калинин райондағы “Открытие” банкынан аҡса юғалған.
25 миллион уҡ булмаһа ла, сумма бәләкәй түгел – 6,5 миллион һум. Быны 39 йәшлек кассир эшләгән.
Әйткәндәй, ҡабатлаусы ҡатын ҡасып өлгөрмәгән, уны ҡулға алғандар. Полиция хеҙмәткәрҙәре уға ҡарата енәйәт эше асҡан, ҡатынға ун йылға тиклем төрмә янай.
Эйе, “беҙҙең” Луизаға тиклем йыраҡ әле башҡаларға!