Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2019, 21:00

“Әсә йөрәге” һеҙҙең өсөн тибә, әсәләр!

“Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән республика клиник психотерапия үҙәге йыл башынан инвалид балалар тәрбиәләүсе әсәләргә консультация үткәрә. Психотерапевтарҙың һәм психологтарҙың ярҙамы түләүһеҙ.

“Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән республика клиник психотерапия үҙәге йыл башынан инвалид балалар тәрбиәләүсе әсәләргә консультация үткәрә. Психотерапевтарҙың һәм психологтарҙың ярҙамы түләүһеҙ.


Өфөлә әсәләрҙе ҡабул итеү өс адрес буйынса үткәрелә: Менделеев урамы, 136/5; Ш. Руставели урамы, 29; Энтузиастар урамы, 6.


Ярты йыл эсендә муниципаль-ара психотерапия подразделениелары белгестәре тарафынан 54 пациент ҡабул ителгән, ҡайһы берҙәре стационарҙа дауаланған.


Республика клиник психотерапия үҙәгендә 48 пациентҡа амбулатор ярҙам күрһәтелгән, 14-е – көндөҙгө, өсөһө тәүлек әйләнәһендә эшләүсе стационарҙа дауаланған.


Киләсәктә занятиеларҙы психолог менән төркөмләп үткәреү ҡарала, тренингтар, лекциялар һәм әңгәмәләр ойоштороу планлаштырыла. Ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙар менән “Әсә йөрәге” ойошмаһы советына мөрәжәғәт итегеҙ, 8(347) 285-77-07 телефонына шылтыратығыҙ. Инвалид бала тәрбиәләүсе әсәләргә түбәндәге учреждениеларҙа эшләүсе психотерапевт һәм психологтар консультация бирә ала: Архангел, Учалы, Ҡыйғы, Илеш, Мәләүез, Краснокама, Саҡмағош, Балаҡатай, Баҡалы райондарының үҙәк дауаханалары, Стәрлетамаҡтың 2-се, Сибай, Күмертау, Бөрө, Белорет ҡалалары, Мораҡ һаулыҡ һаҡлау учреждениелары.


Фото: mail.ru
Читайте нас: