Тура эфирҙа тере кеҫәрткеләр, ҡорттар ашап билдәлелек яулаған видеоблогер вафат булған.
35 йәшлек Сунь Ҡытайҙың Хэфэт ҡалаһынан. Уның кәүҙәһен һөйәркәһе хәл белергә килгәндә фатирында таба. Ике көн алда ғына тура эфирҙа күп миҡдарҙа алкоголь эсеп, тере геккон һәм он ҡорттары ашаған булған, баҡтиһәң, блогер быны көн дә тиерлек эшләгән.
Подписчиктар йәлеп итер өсөн үҙе яһаған тәгәрмәс ярҙамында бөгөн нимә ашап күрһәтәсәген билдәләгән. Рационда ҡырғаяҡтар, төрлө ҡорттар, уксус, һыра, көслө алкоголь һәм башҡа ашарға яраҡһыҙ нәмәләр булған.
Иғтибар йәлеп итәм тип, кеше ни генә ҡыланмай.