Киләсәктә бында йыл әйләнәһенә ял итерлек парк, ҡышын каток буласаҡ. Шулай уҡ ҙур сәхнә эшләп, концерттар, ҡала байрамдары ла үтәсәк, тип күҙаллана.
Өфөлә Ҡашҡаҙан күлен киптермәкселәр. “Был күлдән бөтә һыуҙы һурҙырып, төбөн тәрәнәйтеү өсөн эшләнәсәк”, - тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Төҙөкләндереү эштәре Стрелки конструкторлыҡ бюроһы проекты буйынса барасаҡ, 2025 йылға тамамланырға тейеш. Әйткәндәй, Мәскәүҙәге «Зарядье» паркын да улар эшләгән.