Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июль 2019, 18:30

Сергей Бодровтың һөлдәһен тапҡандар

Хәтерегеҙҙәлер, 2002 йылдың 20 сентябрендә Сергей Бодров “Связной” киноһын төшөрөү төркөмө менән бергә Төньяҡ Осетияның Геналдон тарлауығында боҙ ишелеүе һөҙөмтәһендә юғалғайны.

Хәтерегеҙҙәлер, 2002 йылдың 20 сентябрендә Сергей Бодров “Связной” киноһын төшөрөү төркөмө менән бергә Төньяҡ Осетияның Геналдон тарлауығында боҙ ишелеүе һөҙөмтәһендә юғалғайны. Ул был кинола режиссер ҙа, сценарий авторы ла, актер ҙа булырға тейеш ине... Әммә уның хыялы тормошҡа ашманы. Сәғәтенә 150-170 километр менән килгән 100 метр бейеклегендәге боҙ бар төркөмдө юҡҡа сығарҙы. Белгестәр фекеренсә, бындай осраҡта тере ҡалып булмай.


Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Төньяҡ Осетия буйынса идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, фажиғәле һәләк булғандарҙың береһенең, бәлки, Сергей Бодровтың һөлдә ҡалдыҡтарын “Каскад” тау клубы” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре тапҡан. Хәҙер ни бары тимер-томор рәүешендә генә ҡалған “Москвич” машинаһында кеше кейеме, һөлдә ҡалдыҡтары булған. Эшселәр Геналдон йылғаһы ярҙары буйлап тормалар һуҙған икән.


Фото: yandex.ru
Читайте нас: