Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2019, 12:38

“Етегән”дәр ни уйлай?

Өфөләге “Crown Plaza” ҡунаҡханаһында үткәрелгән “Инфорум”ға республикабыҙҙың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан гәзит -журналдар мөхәррирҙәре, журналистар килгән. Улар араһында Туймазы ҡалаһынан Гәүһәр Фазуллина ла бар. Ул – башҡорт телендә сыҡҡан “Етегән” төбәк гәзите мөхәррире.

– Ошондай сараларға килеп, коллегалар менән аралашыу ҙур һөҙөмтә бирә. Өҫтәүенә хәҙер интернет, социаль селтәрҙәр аша гәзит эшен күрһәтеү, мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа еткереү мөһим һәм ҡыҙыҡ, – ти ул.

Гәүһәр Йәүҙәт ҡыҙы – Туймазы мәғлүмәт үҙәге директоры ла. “Шуға баҫмаларҙа реклама эшләү тураһындағы уҡыу ҙа файҙалы булыр. Бынан тыш, сайттарҙа биҙәлеште халыҡты ҡыҙыҡһындырырлыҡ, йәлеп итерлек итеп эшләү тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ”, – ти ул.

Автор фотоһы.
Читайте нас: