Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2019, 15:30

Иң мөһиме – кеше менән уртаҡ тел табыу

Ҡасандыр тотош донъяла иң ҙур дәүләт һаналған СССР тарҡалғас, илебеҙ тормошона ҙур үҙгәрештәр индерелде. Ул осорҙа төрлө предприятие-ойошмалар ғына түгел, хатта төбәктәр тарҡалғайны. Күп кенә ғаиләләр төрлө дәүләттәрҙә тороп ҡалды. Шулай итеп, илдә тәртипһеҙлек башланды. Был хәлде туҡтатыр өсөн тиҙ арала сара күрергә кәрәк ине, шуға күрә 1992 йылда ил Президенты миграция хеҙмәтен барлыҡҡа килтереү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Бынан һуң был ойошма әллә күпме үҙгәреш кисерҙе. 2006 йыл­дың 1 ғинуарында ғына территориаль органдарҙы билдәләү тамамланды. Хеҙмәт баҙарын һаҡ­лау, сит илдәрҙән килгән­дәр­ҙең эшен ойоштороу төп бурыс­тарҙың береһенә әүерелде. Был маҡсат бик еңелдән түгел ине, әммә тармаҡ хеҙмәткәрҙәре дүрт йыл эсендә тәртип ойоштороуға өлгәште.

Хәҙер Миграция мәсьәләлә­ре буйынса идаралыҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығы ҡарамағы­на инә. Ә был ведомство атҡарған бурыстар шулай уҡ элекке ке­үек мөһим һәм халыҡ өсөн бик кәрәк.

Тормошобоҙҙоң ниндәй генә өлкәһен алмайыҡ, үҙ эшен ярат­ҡандар ғына уңышҡа өлгәшә алалыр ул. Полиция майоры Гөл­финә Йәғәфәрова – тап ана шундайҙарҙан. Ул 2004 йылдан миграция өлкәһендә кеше хоҡуҡ­тарын яҡлай. “Беҙҙең эштә иң мөһиме – төрлө йәштәге төрлө милләт кешеләре менән аралаша белеү”, – ти ул.

Гөлфинә Ҡыуат ҡыҙы – 2004 йыл­дың ғинуа­рынан миграция хеҙмәтендә. Үҙе әйтмешләй, эш юлын “түбән”дән башлаған. Ҡасандыр ябай хеҙмәткәр булған, ә хәҙер Рәсәй Эске эш­тәр ми­нистр­лығының Әбйәлил районы буйынса бүлегенең миграция мәсьә­лә­ләре бү­лексәһе етәксеһе. Әйткәндәй, был район­дың Силәбе өлкәһе менән сиктәш булыуы һө­ҙөмтәһендә төрлө проблемалар килеп сы­ға, әммә уларҙы бүлек­сәлә уңышлы хәл итәләр.

Тормош шулай ҡоролған: эргә-тирәбеҙҙәге ваҡиғалар һәм кеше­ләр һәммәбеҙгә йоғонто яһамай ҡалмай. Гөлфинә Ҡыуат ҡыҙының да байтаҡ ҡына туғандары ошо тармаҡта эшләгән. Шуға Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙың хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеүенә бер ҙә ғәжәпләнерлек түгел.

Гөлфинә Йәғәфәрова, үҙе әйт­мешләй, яратҡан, белгән һәм шуға ихлас атҡарған эшенән генә түгел, ғаиләһенән дә уңған. Ул – бәхетле әсәй һәм ҡатын. Ире Самат, ҡыҙҙары Камилла, Сафия һәм Айсилә – уның ныҡлы терәге, йәшәү мәғәнәһе. Уларҙың һәр көн түҙемһеҙләнеп ғәзиз кешеһен эштән көтөп алыуы – дәртләнеп йәшәргә, эшләүгә көс бит ул!

Әбйәлил районы.
Читайте нас: