Һөҙөмтәлә 3,5 мең документтың законға ҡаршы килеп яҙылғаны асыҡланды. Мәҫәлән, Көйөргәҙе районында торлаҡ майҙанын торлаҡ булмаған категорияға күсергәндә Рәсәйҙең Торлаҡ кодексы тупаҫ боҙолған: был биналағы башҡа милекселәрҙең мәнфәғәте һәм ризалығы иҫәпкә алынмаған. Ерҙе файҙаланыу, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү, муниципаль ойошмаға эшкә алыу һәм Хеҙмәт кодексы буйынса ла документтар яңылыш тултырылған осраҡтар байтаҡ. Һөҙөмтәлә урындағы үҙидара органдарында эшләгән 837 белгес административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.