Рәсәй Журналистар Союзы рәйесе Владимир Соловьев Мәскәүҙән Өфөгә самолетта осҡанда ваҡытлы матбуғат баҫмалары, социологик һорау алыу яҙмалары менән танышып килгән.
Шунда ул бер ҡыҙыҡлы дәлилгә иғтибар иткән. Унда Рәсәйҙең төбәктәре өйрәнелеп, йәштәр ниндәй һөнәргә өҫтөнлөк биреүе күрһәтелгән. Һорау алыуҙан күренеүенсә, Өфө һәм Мәскәү ҡалалары йәштәре "эксперт" һөнәрен һайлаған.
"Журналист һөнәре лә шул анализға бәйле. Шуға күрә был күрһәткес мине ҡыуандырҙы!" – тине ул.