Эште атҡарыуҙа республикала 10 меңгә яҡын кеше ҡатнашасаҡ.
Рәсәйҙә 2020 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек башланды. Был үтә лә мөһим ижтимағи-сәйәси, иҡтисади-социаль сара тик ҡоро һандарға ғына ҡайтып ҡалмай, ә дәүләт алдында торған оло бурыстарҙы билдәләргә мөмкинлек бирә, халыҡтарҙы берләштергән көс булып тора.
Республикала ошо әһәмиәтле ваҡиғаға әҙерлек барышы хаҡында Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы (“Башҡортостанстат”) етәксеһе урынбаҫары Рөстәм ҒАТАУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Рөстәм Шакирйән улы, халыҡ иҫәбен алыу ни өсөн кәрәк, был сараның төп маҡсаты һәм бурыстары нимәнән ғибәрәт? Уның тарихи нигеҙҙәре ҡайҙа барып тоташа?
– Кеше төҫ-ҡиәфәтен көҙгөгә ҡарап белә, кәрәк тапһа, етешһеҙлектәрен төҙәтә, өҫ-башын ипкә килтерә. Халыҡ иҫәбен алыу ҙа ошоға оҡшаш сара: ил нисек йәшәй, унда ниндәй иҡтисади-демографик үҙгәрештәр бара, халыҡтың тормош кимәле, йәшәү рәүеше нисек булыуын асыҡлау – бына ошондай һәм башҡа күп һорауҙарға яуап алыу өсөн уҙғарыла ла инде.
Халыҡ иҫәбен алыуҙың йомғаҡтары демографик хәлде яҡшыртыуға, социаль һәм ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән дәүләт программалары әҙерләү өсөн сығанаҡ булып тора, халыҡтың матди, белем һәм мәҙәни кимәлен асыҡларға ярҙам итә. Граждандарыбыҙ унда ҡатнашып, үҙе хаҡында мәғлүмәт бирә һәм шуның менән киләсәккә социаль программалар төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә. Әйтергә кәрәк, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы халыҡ иҫәбен алыуҙы “0” һанына тамамланған йылда һәм уға яҡын йылдарҙа үткәрергә тәҡдим итә. Был Ер йөҙөндә халыҡтың составын һәм һанын бер ваҡыт арауығында асыҡлау өсөн эшләнә. Рәсәйҙә сара 2020 йылдың октябрь айында үтәсәк.
– Республикала әҙерлек эштәре нисек бара? Ваҡыт та күп ҡалмаған кеүек...
– Сара ҡыҫҡа ғына ваҡытты алһа ла, уға әҙерлек федераль кимәлдә былтыр уҡ башланды: 2018 йылдың октябрендә Рәсәйҙең ун төбәгендә алдан һанап ҡарау маҡсатында халыҡ иҫәбен алыу (пробная перепись) ойошторолдо. Ул республикала үткәрелмәһә лә, беҙ унда интернет аша ҡатнашып, яңы ысулдың мөмкинлектәрен һынап ҡараныҡ. Быйыл да эш әүҙем бара, тәү сиратта иҫәп алыуҙы үткәреү буйынса республика Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссия төҙөлдө, әлеге ваҡытта ҡала һәм район хакимиәттәренең ошондай уҡ комиссияларын ойоштороу тамамланды. Эш пландары төҙөлөп, тормошҡа ашырыла башланы.
Әле алда һәр ҡалала, районда, ауылда, хатта йортта нисә кеше йәшәгәнен асыҡлау, бер кемде лә төшөрөп ҡалдырмайынса ҙур исемлек төҙөү һәм уның нигеҙендә ойоштороу планын эшләү, иҫәпләү участкаларын билдәләү, күпме иҫәпсе кәрәклеген асыҡлау маҡсаты тора.
Беҙҙең өсөн һәр кем хаҡындағы мәғлүмәт мөһим: ул ҡайҙа йәшәй, эшләй, ғаилә хәле ниндәй һәм башҡалар. Иҫәпсе уларҙы эҙләп ваҡытын сарыф итмәйенсә, билдәле, аныҡ адрес буйынса барып, анкета тултырырға тейеш.
Урамдар исемен, йорттарҙың һанын күрһәткән алтаҡталарҙы барлау һәм яңыртыу былтыр уҡ башланды, ошондай үтенестәр менән ҡала-район хакимиәттәренә мөрәжәғәт иттек. Улар эште башлап ебәрҙе, йыл аҙағына тиклем ул тамамланырға тейеш.
– Буласаҡ кампания башҡаларынан нимәһе менән айырыласаҡ?
– Элекке сараларҙа иҫәпсе һәр йорт, фатир буйлап йөрөнө, киләһеһендә лә был төп ысул буласаҡ. Тик, үткәненән айырмалы рәүештә, стационар иҫәп участкалары ҡалаларҙа ғына түгел, ә ауыл биләмәләрендә лә ойоштороласаҡ. Әгәр кемдер йортона йә фатирына ситтәрҙең килеүен хуп күрмәһә, стационар иҫәп участкаһына барып, үҙе хаҡында мәғлүмәт бирергә мөмкин буласаҡ. Икенсенән, 2020 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу сараһы тәүге тапҡыр интернет аша үткәрелә, һәр кем дәүләт хеҙмәтләндереүе (Госуслуги) порталы аша анкета һорауҙарына үҙаллы яуап бирә ала.
– Халыҡ был ысулды ҡуллана алырмы, сөнки бөтә ерҙә лә тейешле мөмкинлектәр юҡ бит?
– Былтыр алдан һынап ҡарау маҡсатында халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәргәндә, республикалағы 12 600 кешене йәлеп итеп, ошо ысулды ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙек. Ил буйынса бер миллиондан ашыу кеше интернет аша үҙаллы халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты, уларҙың 40 проценты яңы ысулды “бишле” билдәһенә баһаланы. 2020 йылда был алымға ныҡлап иғтибар биреләсәк, халыҡты күберәк йәлеп итергә тырышасаҡбыҙ. Ошондай сараларҙы үткәргәндә планшеттар ҡулланыу даирәһе йылдан-йыл киңәйә бара, был – заман талабы. Әйтәйек, 2015 йылда Бәләкәй халыҡ иҫәбен алыу булды, йәғни ул ғәмәлдә бер участкала ғына ойошторолдо, шунда ла заман техникаһын күпләп ҡулландыҡ. Көндәлек эштә, мәҫәлән, ниндәйҙер өлкәлә халыҡтың фекерен белеү өсөн ойошторолған һорау алыуҙарҙа ошондай техниканы файҙаланабыҙ.
– Иҫәпселәрҙең хәүефһеҙлеге нисек тәьмин ителәсәк?
– Урындағы комиссияларҙың эш пландарында ошо йәһәттән аныҡ саралар ҡаралырға тейеш тигән талап ҡуябыҙ. Урамдарҙы, подъездарҙы яҡтыртыуҙы хәстәрләү мөһим, ихаталарҙағы эттәрҙе бәйләгеҙ, иҫәпселәрҙе ҡаршы алығыҙ, тип халыҡҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Хәүефле фатир-йорттарға барғанда полиция хеҙмәткәрҙәре ярҙамына мохтажбыҙ.
“Кем ул иҫәпсе?” тигән һорауҙы йыш бирәләр. Улар – башлыса ошонда йәшәгән кешеләр, ситтән бер кемде лә килтермәйбеҙ. Күбеһе иҫәп алыуҙа тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай. Уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар, студенттар... 18 йәше тулған һәр кем был сарала үҙен һынап ҡарай ала. Бының өсөн урындарҙағы вәкилдәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин, улар был мәсьәләне хәл итә. Иҫәпсе кеше менән аралаша белергә, планшет ҡулланып эшләй алырға тейеш, иң мөһиме – теләк булһын.
Иҫәпселәр айырыуса ҡалаларҙа күп талап ителә. Алдан фаразлауҙар буйынса, 2020 йылғы иҫәп алыуҙа республикала 10 меңгә яҡын кеше ҡатнашасаҡ.
– “Башланған эш – бөткән эш” тигән әйтем бар. Ил күләмендәге оло сараға әҙерлек шулай әүҙем дауам итһен. Ә халыҡ иҫәбен алыуҙа һәр кемдең ҡатнашыуы мотлаҡ тигән күрһәтмә бармы?
– Аңлауымса, һүҙ яуаплылыҡ тураһында. Рәсәйҙә, ҡайһы бер илдәрҙән айырмалы, административ яуаплылыҡ ҡаралмаған. Тик был халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу мотлаҡ түгел тигәнде аңлатмай, һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш, сара тәү сиратта халыҡтың үҙенә, бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн кәрәк. Анкетаны кешенең үҙенән һорап тултырмайынса, административ ысулды ғына ҡулланып, тулы мәғлүмәт алыу мөмкин түгел.
Һәр кем тормош кимәленә, йәшәү рәүешенә, килеменә, торлаҡ хәленә ҡағылған һорауҙарға тулыһынса үҙе генә яуап бирә ала. Уҙған халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса, административ сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәт кимәле бик ҙур түгел ине, әгәр ошо күрһәткес саманан ашып китһә (йәғни алынған мәғлүмәт көтөлгән талаптарға яуап бирмәһә), дәүләт мәсьәләне етди итеп ҡуйыуы ихтимал. Шулай ҙа беҙ халыҡ әүҙем ҡатнашыр тигән ышаныс менән ҡарайбыҙ. Әлбиттә, ҡалаларҙа, ауыл ерендәгенә ҡарағанда, хәл ҡатмарлыраҡ буласаҡ. Шуның өсөн дә кешеләр менән даими аралшабыҙ, йылына өс-дүрт төрлө тикшереү, һорау алыу үткәрәбеҙ, халыҡтың кәйефен тоябыҙ, ниндәй юлдар менән уны ҡуҙғатыу, әүҙемләштереү мөмкин булыуын да беләбеҙ, был йәһәттән дә тәжрибә бар. Шуға ла республика халҡына: “Яҡшылыҡтан баш тартмағыҙ, үҙ йөҙөбөҙҙөң ниндәй икәнен көҙгөнән бергәләп ҡарайыҡ, ниндәй кимәлдәбеҙ, ҡайҙа барғанлығыбыҙҙы күмәкләп асыҡлайыҡ”, – тип мөрәжәғәт итке килә.
– Анкетала ниндәй һорауҙар буласаҡ, әле улар раҫланғанмы?
– Анкета һорауҙары әлегә рәсми рәүештә раҫланмаған, киләсәктә тулыраҡ аңлатма булыр. Шуныһы билдәле: һорауҙар элеккеһенән әллә ни айырылмаясаҡ. Был мәғлүмәттең күсәгилешлеге һәм сағыштырмаса булыуын тәьмин итеү өсөн мөһим.
– Халыҡ араһында төрлө имеш-мимеш һүҙҙәр йөрөй. Йәнәһе, йәшәү сығанағын, килем күләмен асып бирһәң, һалым органдарына еткерәсәктәр, тип борсолғандар табыла. Был икеләнеүҙәргә урын бармы?
– Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре һәр кемгә ҡағылһа ла, улар дөйөмләштерелә. Шәхестең мәғлүмәте артында кем торғанын билдәләп булмай, уның фамилияһы, исеме аталмай. Был иһә мәғлүмәттәрҙе башҡа маҡсатта файҙаланмау өсөн эшләнелә. Тик ревизия яҙмалары мәғлүмәттәрен шәжәрәләр төҙөү өсөн ҡулланалар, сөнки уларҙа шәхес хаҡында белешмә бар. Ә бына 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙан башлап шәхси мәғлүмәттәр юҡ, тик дөйөм йомғаҡтар ғына теркәлгән.
Килем тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны әйтер инем: иҫәпсе бит шәхестән күпме аҡса эшләнең тип түгел, ә ниндәй сығанаҡҡа йәшәйһең тип һорай: эш хаҡынамы, пенсияғамы, йорт хужалығынамы, стипендияғамы... Йәғни “Йәшәү сығанағығыҙ ниндәй?” тигән һорау бирелә. Шуға ла ҡурҡырға ярамай, ә имеш-мимештәр боронғо ревизия яҙмаларына ҡайтып ҡала.
Уларҙы үткәреүҙең төп маҡсаты һалым түләүселәрҙе асыҡлау булған. Ошо хәл халыҡ хәтерендә һаҡланған һәм бөгөнгә тиклем килеп еткән. Хәҙерге халыҡ иҫәбен алыуҙың маҡсаты – илдең дөйөм хәлен, халыҡтың составын, йәшәү урынын һәм башҡаларҙы асыҡлау.
– Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлектән тыш, көндәлек эштәр, һөнәри бурыстар ҙа бар бит әле. Мәғлүм булыуынса, һеҙҙең коллектив оло хеҙмәт башҡарған, республика тарихында бығаса булмаған статистика баҫмаһын әҙерләп сығарған. Ошо хаҡта ла бер-ике һүҙ әйтһәгеҙ ине.
– Башланған эш – бөткән эш, тиһәк тә, был статистика хеҙмәткәрҙәренә ҡағылмайҙыр, сөнки уларҙың эше бер ваҡытта ла бөтмәй. Мәҫәлән, быйыл дүрт томдан торған “Башҡортостандың ауыл-ҡалалары” тип аталған йыйынтыҡ сығарҙыҡ. 1939 йылдан башлап үткәрелгән ете халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре тупланды был баҫмаға. Бик фәһемле, тарих менән ҡыҙыҡһынған барлыҡ кешеләр өсөн кәрәкле йыйынтыҡ ул.
“Башҡортостанстат” хеҙмәткәрҙәренең оло тырышлығы арҡаһында донъя күргән баҫма 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә әҙерләнгән осорҙа ла күптәргә алмаштырғыһыҙ ҡулланма буласаҡ.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт. Алда торған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләйбеҙ.