Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2019, 11:43

Радик Юлъяҡшин сәхнәгә эсеп сыҡҡанмы?

Популяр булыу ҡайһылай ҡыйын! Һәр аҙымыңды тикшереп, һинең хаҡта бөтә ғәләмгә һөйләргә әҙер торалар. Бына Радик Юлъяҡшинды Миәкәләге концертына эсеп сыҡҡан тип ғәйепләйҙәр.

Рәмил Ғәли
Рәмил Ғәли
Популяр булыу ҡайһылай ҡыйын! Һәр аҙымыңды тикшереп, һинең хаҡта бөтә ғәләмгә һөйләргә әҙер торалар. Бына Радик Юлъяҡшинды Миәкәләге концертына эсеп сыҡҡан тип ғәйепләйҙәр. Был хаҡта "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге Миәкә районы төркөмөндә рәхәтләнеп яҙалар.
"Йондоҙ сире эләккән егеткә. Тамашасыларын ихтирам итмәй. "Нисек шул хәлдә балалар, йәш үҫмерҙәр алдына сығып йырлап була?" "Тауышы ҡарт әбейҙеке төҫлө ине". "Теле көрмәлгән. Концерттың яртыһынан алып төркөмөндәге йырсылар йырланы"...
Күпме тамашасы, шунса фекер. "Барыһы ла бейене. Оҡшатмаған кешене күрмәнем. Бәлки, арыған булғандыр. Сабырыраҡ булығыҙ, кешене бысраҡҡа ҡойондормағыҙ", – тип яҙа Фәриҙә исемле тамашасы. "Шул тиклем арыған, хатта бала артынан "сфотографироваться" тигән һүҙҙе лә ҡабатлай алмай", – тип яуап яҙғандар уға. "Уның ҡарауы, рәхәтләнеп көлдөк", – тип йырсыны яҡлашҡан Фәриҙә.
Ә бына йырсының рәсми төркөмөндә уның эсеүен инҡар итеп яҙғандар. "Дуҫтар, тиҙ һығымта яһап, артисты адекват булмауҙа ғәйепләмәгеҙ. Элвин Грейҙың концерттары көн һайын үтә, ул һәр ваҡыт юлда. Радиктың ҡан баҫымы күтәрелеп, концерттарынан баш тартырға мәжбүр булыуын онотҡанһығыҙ. Ҡайһы ваҡыт кешегә физик яҡтан ауыр. Ул тимер түгел. Ә уны эскән, наркотик тартҡан тип ғәйепләргә ашыҡмағыҙ"...
Читайте нас: