Хәтәр хәлдәрҙән ҡотолоп ҡалған.
Атаһы һуғышҡа киткәнгә тиклем иркә генә ҡыҙ булып йөрөй Сәриә. Ғаиләһендә унан башҡа йәнә дүрт бала, ул – иң өлкәне. Гел матур күлдәктә, аяғына ла кейергә һәр саҡ бар – шуның менән тиҫтерҙәренән айырылып тора. “Йәй һыу инергә барғанда һинең таҙа, аҡ ҡына аяҡтарыңа һоҡланып ҡарай инек”, – тип олоғайғас бер әхирәте әйтер ине.
Атаһын һуғышҡа алғанға тиклем тормош уларға аяулы була. “Балаларҙы һаҡла, кәләш, оҙаҡламай ҡайтырмын”, – тип атаһы ҡыҙына 12 йәш тулғанда үҙе теләп һуғышҡа китә, ике йылдан “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы килә. Моғайын, шул мәлдән башланғандыр Сәриәнең үҙаллы тормошо.
Ауылдағы өйҙәре кәнсәләргә яҡын булғанға, район үҙәгенән килгән вәкилдәр гел уларға төшөп йөрөй. РОНО-ла эшләгән бер ағай, Сәриәне күреп: “Ҡайһылай уҡытыусыға оҡшап тора ҡиәфәте. Уҡытыусылар етешмәй, ҡыҙыңды берәй ауылға эшкә алайыҡ”, – ти хужабикәгә. Әсәһе тәүҙә: “Ҡуй, бәләкәй бит әле, 14 кенә йәш уға”, – тип ҡаршы төшә. Әммә район хакимиәте вәкиле кәүҙәгә тиҫтерҙәренән бер башҡа оҙонораҡ, аҡыллы ҡарашлы ҡыҙҙың мотлаҡ уҡытыусы булырға тейешлеген әсәгә ныҡлап төшөндөрә. Шулай итеп, балалыҡтан да сығып өлгөрмәгән көйө Сәриә уҡытыусы булып китә. Тәүҙә район үҙәгенән алыҫ булмаған бәләкәй генә ауылға ебәрәләр. Унда бер бабай менән әбейҙә фатирҙа тора. Улар ҡыҙҙы үҙ балаларылай яҡын күрә, бигерәк изге күңелле инеләр, тип әле лә уларҙы хөрмәтләп иҫкә ала Сәриә.
Шунан һуң икенсе урынға күсерәләр. Ул ауыл күптән бөткән инде хәҙер, кешеләре ҙурырағына күсенгән. Үҙҙәренән 20 – 25 саҡрым алыҫлыҡта ул. Йәй йәйәүләп, ҡыш саңғыла үтә был ауылға юлды. Уға тиклем эшләгән уҡытыусының урманда аҙашып үлгәне тураһында ишеткән булһа, Сәриә унда барырға мәңге ризалашмаҫ ине, хәҙер уйлауынса.
Ауыл ҙур түгел, шулай ҙа һәр өйҙән ике-өс бала йыйыла. Әсәһенә еңелерәк булһын тип, Сәриә үҙ эргәһенә биш йәшлек кенә һеңлеһен дә ала. Уҡытҡанда иң артҡы партаға ултыртып ҡуя һеңлеһен, уныһы арып йоҡлап та китә, ҡайһы саҡта дәрескә ҡушылып яуап биреп ултыра.
Ауыл халҡы Сәриәне яратып ҡабул итә, уға төрлөсә ярҙам итергә тырыша. Кемдер һөт, май, ҡорот йә ит килтерә. Ошонда үткән ике йылын, ауыр һуғыш осорона тура килһә лә, барыбер һағынып иҫкә ала Сәриә.
Уҡытыусы булып эшләгәндә, ике хәтәр хәл-ваҡиға тураһында йыш хәтеренә ала ул. Ул мәлдә район үҙәгенә тура юлдан йәйәү йөрөгәндәр. Ара 30 саҡрым тирәһе. Кәңәшмәгә йә уҡытыусыларға эш хаҡы алып ҡайтырға баралар. Йәй була был хәл. Үҙе теккән ҡыҙыл төҫтәге күлдәген кейеп Сәриә юлға сыға. Тәүге ауылды үтә, Нөгөш йылғаһын сығып, тауға үрмәләй. Тауҙан төшкәс, аҡлан башлана. Алыҫтан шул аҡландың уртаһындағы юлда ҙур ғына этте күрә. Бара биргәс, һалпыш ҡойроғона, туп-тура ҡараған һары күҙҙәренә, ҡуйы һоро йөндәренә ҡарап, бының бүре икәнлеген аңлай. Әммә бик һуңлап, сөнки ни артҡа китеп булмай, ни яҡында менеп китерлек ағас юҡ. Бүре һөжүм итә ҡалһа, бер нимә эшләргә лә өлгөрә алмаҫ ине барыбер. Йәне табанына төшөп, аяҡтарын саҡ ҡыбырлатып алға табан атлай ҡыҙ, күҙҙәрен баҙлап янған күҙҙәрҙән алмай, сөнки йыртҡыстың күҙенә тура ҡарарға кәрәклеген һәм ҡасырға ярамағанлығын аңлай. Ҡыҙылға ҡыҙыҡмаһын тип, итәген ыштанына ҡыҫтырып ҡуя, ҡара камзулы өҫтөндәге ҡыҙыл өлөшөн әҙерәк ҡаплап тора.
Сәриә миллиметрлап тигәндәй аяғын шыуҙырып килә. Бүре ултыра, китергә лә уйламай. Уның нимә уйлағанын кем белһен инде? Нимә эшләргә? Йәш кенә көйө йыртҡыс ҡорбаны булырмы? Ғүмере лә ошо урында бөтөрмө? Мең төрлө уй-һорау бер-бер артлы мейеһенән үтә.
Шул ыңғайға Сәриә юл ситендә ятҡан таяҡты эйелеп ала ла, мылтыҡ кеүек тоҫҡап, “тюх!” тигән тауыш сығара. Ни ғәжәп! Бүре, яй ғына ҡуҙғалып, ситкәрәк барып ултыра. Юл асыла. Тағы “тюх!” яңғырай. Бүре тағы арыраҡ шылып ултыра. Ул ултырған урынды үтеп, яй ғына алға барыуын дауам итә ҡыҙ.
Бер аҙ барғас, артына әйләнеп ҡарай: бүре хәҙер алыҫайған, әммә ҡырҙан уның менән йәнәш бара. Аҙымдарын ҡыҙыулатып алға атлай ҙа Сәриә тағы әйләнеп ҡарай: бүре күренмәй. Моғайын, ҡапыл килеп сығырға уйлағандыр, ҡайһы тирәлә ташланыр икән, тип ҡурҡа-ҡурҡа атлай ҙа атлай. Бәхеткә күрә, бүре бүтәнсә күренмәй.
Тоҡта аҡса икәнен белһәләр...
Икенсеһендә район үҙәгенә өс ауыл уҡытыусыларына эш хаҡы алырға ебәрәләр уны. Март айы була, көндәр һалҡын тора. Аяғына быйма кейеп, юлға сығып китә Сәриә. Аҡсаны алып, ҡайтҡан ваҡытта көн йылытып ебәрә, йылғалағы боҙ ҡуҙғала. Был юлы урауҙан – Әүжән – Байназар ауылдары аша атлай. Ауыр ҡышҡы кейемдә бер тоҡ аҡса йөкмәп ала. Ағиҙел йылғаһын паромда сығырға тура килә. Ҡиәфәттәре ышаныс тыуҙырмаған ике кеше эшләтә уны. Тоҡта аҡса икәнен белһәләр, үҙемде үлтереп һыуға ташлап, аҡсаны алып ҡасыр инде былар, тип шөрләй-шөрләй ултырып килә. Иҫән-һау ярға сыҡҡас, үҙенең ҡурҡаҡлығынан көлөп ала.
Артабан ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа юл ыңғай ылауға ултырып, төнләтеп Ҡағыға килеп етә. Урыҫ ауылында бер таныш-белеше юҡ. Өйҙәрҙә ут һүнгән, тик иң ситтәге бәләкәй генә өйҙә һуҡыр шәм яҡтыһы күренә. Бар ҡыйыулығын туплап, шунда йүнәлә ҡыҙ. Инһә, йәш балалы ҡатын сәй әҙерләй, ишек төбөндә бер ир сылғауын сисеп ултыра. Йоҡлап сығырға рөхсәт һорай ҡыҙ. Йәш мәрйә ҡулын йәйеп, башын һелкә, йәнәһе, өй бәләкәй, йәш бала бар, ярамай. Тик ире уға ҡарап: “Ҡайҙа барһын ул төндә, йоҡлаһын әйҙә”, – ти. Сәриәгә ишек төбөндә иҙәнгә толоп йәйеп бирәләр. Бер стакан ҡайнар һыу һорап эсә. Тоғон баш осона һалып (тағы ҡурҡа инде, аҡса икәнен белеп, талап ҡуймаһындар тип) ҡаты йоҡоға тала. Уянғанда, өйҙәгеләр күптән торғанға оҡшай, ә тоғо ҡырға тәгәрәп киткән. Ҡобараһы осоп, уны янына һөйрәп ала – асылмағанға оҡшай былай.
Рәхмәт әйтеп, иртәнге туңда юлды ыратайым тип, Әүжән яғына юл тота. Сәғәт ярымдай атлағас, ҙур ғына урыҫ ауылы күренә. Таныштары булһа ла, бында туҡталып тормайынса, юлын дауам итә. Яҡты күҙҙә ҡайта һалырға, аҡсаны имен-аман алып барып тапшырырға кәрәк. Тағы 20 саҡрым тирәһе атларға...
Төш етеүгә иретә башлай, быйма үҙенә дымды тартып ауырая, атлауы ҡыйынлаша, әммә туҡтап, ял итергә ярамай, бүреләр килеп сығыуынан да ҡурҡа. Быймаһын һөйрәй-һөйрәй атлай ҙа атлай. Ауылына кискә ҡарай ғына ҡайтып етә. Үҙҙәренә боролоп та тормай (сөнки әсәһе күрше ауылға икенсе иргә тормошҡа сығып киткәс, фатирға бер ғаиләне индергән була), күрше инәйгә инә лә сисенмәй ҙә урындыҡҡа йығыла. Иртәгәһенә төш ауғас ҡына уяна. “Сәй эсергә әйтеп ҡараным, ҡымшанманың да. Тоғоңдо килеп алып киттеләр”, – ти күрше әбей. Аҙаҡтан “аҡса етмәй” тиеүсе лә, килтергән өсөн рәхмәт әйтеүсе лә булмай. Хәҙер шул хәлдәр иҫенә төшһә, ниндәй хәтәрҙәрҙән ҡотолғанын аңлай ул.
Шундай тырыш, зирәк аҡыллы, отҡор Сәриәгә артабан уҡыу яҙмай. Темәскә педагогия училищеһына ингәндәре тураһында һөйләй торғайны. Бер ауылдан өс ҡыҙ йәйәүләп баралар. Уҡырға инәләр, бер әбейгә фатирға урынлашалар. Үҙҙәре менән өйҙән картуф, икмәк алған булалар, фатир өсөн дә аҙыҡ-түлек менән түләйҙәр. Сәриә бер тоҡ он һатып ала. Бер аҙ уҡығас, теге ике ҡыҙҙың ашарына бөтә. Аҙыҡ алып киләбеҙ тип, улар ҡайтырға була. Яңғыҙым ҡалмайым тип, Сәриә лә уларға эйәрә. 60 – 70 саҡрым араны йәйәүләп өс көн тигәндә үтеп, саҡ ҡайтып йығылалар.
Аҙна тирәһе хәл алғас, Сәриә теге ҡыҙҙарға: “Әйҙәгеҙ, китәйек инде”, – ти. Әммә улар бармаҫҡа ҡарар иткән икән. Шулай итеп, Сәриә уҡыуҙан тороп ҡала. Уҡыу эләкмәһә лә, юғалып ҡалмай, лайыҡлы тормош юлы үтә ул. Уңышлы ғына кейәүгә сығып, үҙҙәре кеүек тәүфиҡлы, уңған балалар үҫтерәләр. Донъя көтөр өсөн кәрәкле барлыҡ һөнәрҙәрҙе лә үҙләштерә: тегә лә, бәйләй ҙә, тәмле итеп бешеренә лә, ир-ат эшен дә башҡара.
Ире менән 60 йылға яҡын татыу донъя көтәләр. Хәҙер Сәриәнең хәләл ефетенән ҡалғанына ла байтаҡ ваҡыт үткән, ләкин ул яңғыҙлыҡты тоймай, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ғүмер кисерә.