Быйылғы "Журфест" фестивалендә Республиканың туризмды үҫтереү үҙәге әүҙем ҡатнашты.
Бер урында уҡтан атыу ойошторһалар, икенсе урында һыбай йөрөттөләр. Әйткәндәй, милли кейемдәрҙе һайлап алып кейеп, фотоға төшөү мөмкинлеге лә булды.
Аҫаба халыҡ вәкилдәре булараҡ, ошо мөхиттә үҫһәк тә, һыбай йөрөү, милли кейемдә фотоға төшөү беҙгә лә оҡшап ҡалды. Ә бына бүтән төбәктәрҙән килгән туристарҙа, әлбиттә, был сара икеләтә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.